Эстәлеккә күсергә

Таш күпер (Воронеж)

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Таш күпер
Рәсем
Дәүләт  Рәсәй
Административ-территориаль берәмек Воронеж
Рәсми асылыу датаһы 1826
Мираҫ статусы Төбәк әһәмиәтендәге Рәсәй мәҙәни мираҫ объекты[d]
Карта
 Таш күпер Викимилектә

Рәсәй гербы Рәсәй Федерацияһының мәҙәни мираҫы, объект № 3600047000объект № 3600047000

Таш күпер — Воронеж ҡалаһында Чернышевский һәм Карл Маркс урамдары киҫешкән урындағы көмрө күпер[1].

Күпер 1826 йылдың август-сентябрендә губернатор Н. И. Кривцов заманында ҡала архитекторы И. А. Блицин проекты буйынса төҙөлә. 1984-1986 йылдарҙа ҡаланың 400 йыллығына күпер яңыртыла, реконструкция архитектор А. В. Поспеевтың проекты буйынса башҡарыла. Ҡаланың 425 йыллығына 2011 йылда икенсе тапҡыр реконструкция үткәрелә.

Таш күперҙә «Мужская женская игра» фильмы эпизоды төшөрөлә.

Күпер оҙонлоғо 10 метрҙан артмай, уның аҫтында Воронеж һыуһаҡлағысы ярына текә төшөү юлы. Күпер ҡала халҡының традицион туй үткәреү урыны булып тора. Йәштәр туй көнө бында киләләр, шампан шешәһен күпергә ваталар һәм үҙҙәренең исемдәре яҙылған йоҙаҡ эләләр. Ошондай туй йолаһы үткәргәндән һуң никах ныҡлы һәм бәхетле була тип иҫәпләнә. Күпер икенсе төрлө «Ғашиҡтар күпере» тип атала.

  • Э. А. Шулепова, Е. Н. Чернявская, Т. С. Старцева Историко-культурное наследие Воронежа. — Воронеж: Центр духовного возрождения Черноземного края, 2000. — 575 с.