Таш манара (Дортмунд)
Таш манара | |
Дәүләт | Германия |
---|---|
Административ-территориаль берәмек | Дортмунд |
Мираҫ статусы | архитектура ҡомартҡыһы[d] |
Таш манара Викимилектә |
Таш манара (нем. Steinerne Turm) — Дортмунд (Германия) ҡалаһындағы тарихи ҡарауыл башняһы, Westfalenhallen спорт һәм күргәҙмә үҙәгенән алыҫ түгел урынлашҡан. Архитектура ҡомартҡыһы тип танылған.
Тарихы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Манара урта быуаттар осоронда Дортмунд ирекле империя ҡалаһы оборона системаһының бер өлөшө булған һәм тарихи үҙәкте уратып алған ҡала стеналарынан бер ни тиклем ситтәрәк төҙөләгән. Ҡарауыл башняһы ҡаланан [./https://ru.wikipedia.org/wiki/Кёльн Кёльнға] тиклем көньяҡҡа алып барған сауҙа юлын контролдә тотҡан. Ул XIII быуаттан бирле ҡаланы уратып нығытылған һәм уның биләмәләрендә генә ҡала хоҡуҡиәте ҡулланылған Штадтһаген (нем. Stadthagen) еренең тарихи сигендә урынлашҡан.
Дортмунд Штадтһагены XIV быуатта нығытылған булған. XV быуат уртаһында киҫкен хәрби хәрәкәттәр барғанда, таш манара дошман ғәскәрҙәре тарафынан ҡамауға алынған һәм зыян күргән, шуның һөҙөмтәһендә башняның түбәнге өлөшө ҡалын кирбес стеналар менән нығытылған була. Таш манараның түбәнге яртыһы хәҙерге ваҡытҡа тиклем элеккесә һаҡланған, ә бына өҫкө өлөшө яңыртып ҡоролған.
Был көньяҡ ҡарауыл башняһына өҫтәп манаранан сағыштырырлыҡ арауыҡта ҡала тирәләй тағы ла биш күҙәтеү пункты: төньяҡта Фреден (нем. Fredenturm) башняһы, төньяҡ-көнсығышта Эдерлос (нем. Ederloeswarte), көнсығышта Остеррутер (нем. Osterruterwarte), Эмшер йылғаһы буйында Бергфреде (нем. Bergfrede) һәм көнбайышта Вестеррутер (нем. Westerruterwarte) ҡарауыл башнялары барлыҡҡа килгән. Һуңыраҡ Таш манаранан көньяҡтараҡ Дортмунд һәм Эмшерҙағы Марк графлығы сиктәрендә [./https://ru.wikipedia.org/wiki/Хёрде Хёрде](нем. Hörder Warte) ҡарауыл башняһы төҙөлгән.
Таш манара Дортмунд ҡалаһы ҡомартҡылары реестрына индерелгән[1].
Тарихи һүрәттәр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]-
Таш манара, Альберт Людорф һүрәте, яҡынса 1890 й.
-
Таш манара реконструкция алдынан һәм һуңынан.
Әҙәбиәт
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Althoff, Christiane: Die Befestigung der Stadt Dortmund — Ergebnisse der Stadtkernarchäologie, Dortmund, 1996. ISBN 3-930504-05-7
- Michalak, Tim: Die Stadthagen. Zur Bedeutung und Funktion der Landwehren an den Grenzen der reichsstädtischen Feldmark Dortmunds. In: Heimat Dortmund 1/2002. Stadtgeschichte in Bildern und Berichten. Zeitschrift des Historischen Vereins für Dortmund und die Grafschaft Mark e.V. in Verbindung mit dem Stadtarchiv Dortmund. pp. 12-15. ISSN 0932-9757
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ Nr. A 0253.
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Turm an der Ardeystraße 2019 йыл 20 февраль архивланған., Dortmund Informative
- ↑ Nr. A 0253. Denkmalliste der Stadt Dortmund (билдәһеҙ) (PDF). Denkmalbehörde der Stadt Dortmund (14 апрель 2014). Дата обращения: 11 июнь 2014. 2014 йыл 15 сентябрь архивланған. Größe: 180 kB