Таһир һәм Зөһрә (дастан)
Таһир һәм Зөһрә | |
Производная работа | Тахир и Зухра[d] |
---|
Таһир һәм Зөһрә — көнсығыш әкиәт-риүәйәте. Байтаҡ төрки телле халыҡтарҙың фольклорында осрай. Хикәйәләү идеяһы Ромео һәм Джульетта һәм Ләйлә һәм Мәжнүндең фажиғәле мөхәббәт тарихы тураһындағы әҫәрҙәргә оҡшаш. Сюжеттың әҙәби эшкәртеүен беренсе тапҡыр үзбәк шағиры Сәйәди башҡара (17 — 18 бб.)[1]
Көнсығыш әҙәбиәтенә барып тоташҡан Таһир менән Зөһрә дастаны шулай уҡ башҡорт ауыҙ‑тел ижады ҡомартҡыһы. Шиғри‑сәсмә формала йәшәй. 1960 йылда Ырымбур өлкәһенең Ҡотош ауылы Р.Л.Теләкәеванан К.Мәргән яҙып алған[2].
Сюжеты
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Көнсығыш шаһының һәм уның вәзиренең балалары булмай, улар ныҡ ҡайғыра. Бер ваҡыт улар баҡсаға бара, унда улар оҙаҡ ваҡыт инеү урынын тапмай, ә ингәс, унда бер ҡартты күреп, үҙҙәренең проблемаларын һөйләй. Ҡарт һәр ҡайһыһына берәр алма бирә һәм ҡатындарына ашатырға ҡуша. Шаһ һәм вәзир шулай итәләр ҙә, ә һуңыраҡ уларҙың ҡатындары балаға үҙа. Ҡарт, алма биргәндә, малайҙы Таһир, ә ҡыҙҙы Зөһрә тип ҡушығыҙ, һәм улар йәрәшелгән булһындар, тип әйтә.
Шаһтың балаһы тыуғас, уға ҡыҙ тыуҙы тип хәбәр итәләр. Ул тураһында хыялланған шаһ баланы үлтерергә ҡуша. Шул уҡ көндә вәзирҙең улы тыуа. Вәзир өйөнә саба, әммә атынан йығылып үлә. Таһир әсәһе менән ҡараусыһыҙ тороп ҡала.
Күп ваҡыт үтә, бер көндө шаһ элекке вәзиренең ҡатынын малай менән күрә. Шул саҡта шаһ, ҡыҙын үлтерергә ҡушып, ҙур хата яһағанын аңлай. Әммә яңы вәзир серҙе белә — шаһтың ҡыҙын үлтермәйҙәр. Был турала ул шаһҡа һөйләй, тегенеһе шатлана һәм ҡыҙын ҡабул итә.
Күрше ҡатындарының береһе уға кәләшенең барлығын әйткәнгә тиклем Таһир ғәмһеҙ тормош алып бара. Таһир әсәһенән кәләшенең кемлеге тураһында һорай, әсәһе оҙаҡ өндәшмәй, әммә һуңынан бөтә тарихты һөйләп бирә. Шулай уҡ , Зөһрәнең — шаһ ҡыҙы, ә уның фәҡир булыуы, бергә була алмауҙары тураһында әйтә. Әммә Таһир Зөһрә менән аралаша, улар бергә уҡый башлай. Таһирҙың Зөһрәгә ҡамасаулауы тураһында уҡытыусыларҙың ялыуҙарына шаһ улар араһында стена ҡуйырға бойора, әммә Таһир стенаны вата. Таһирҙы ултыртып йылғаға ташлау өсөн шаһ һандыҡ эшләргә бойора. Һандыҡты герметик итеп эшләһендәр өсөн Зөһрә оҫталарға аҡса бирә, һәм Таһир батмай. Таһирҙы һандыҡҡа бикләгән ваҡытта уның әсәһе үлә, ә Таһир һәм Зөһрә бер-береһен онотмаҫҡа вәғәҙә бирә.
Таһирҙы һандыҡҡа ултыртып йылғаға ташлайҙар, уны икенсе дәүләт шаһының ике ҡыҙы тотоп алғанға тиклем ул оҙаҡ йөҙә. Өлкәненә һандыҡ, кесеһенә Таһир эләгә, шаһ уға ҡыҙын кейәүгә бирә. Әммә Таһир һәр ваҡыт Зөһрәһен иҫенән сығармай һәм ҡатыны менән һөйләшмәй.
Шаһ Зөһрәне ихтыярына ҡаршы урындағы байға кейәүгә бирә. Бер ваҡыт ул Таһир менән йөрөгәнен төшөндә күрә, һәм ул Таһирҙы үлмәгән тип уйлай. Таһирҙы эҙләргә төрлө кешеләрҙе ебәрә, уларҙың береһе уны таба. Таһир ҡатынына Зөһрәне яратыуы тураһында әйтә һәм ҡайтып китә.
Сапҡынсы менән Таһир Зөһрәгә китеп барғанда юлда бер ҡалала туҡтайҙар, унда ике юлбаҫарҙы эҙләгән булалар. Таһирҙы юлдашы менән теге юлбаҫарҙар тип ҡабул итеп, төрмәгә бикләйҙәр. Таһир төрмәнең тәҙрәһе янында Зөһрә тураһында йыр башлай, быны Таһир менән Зөһрәне белгән сауҙагәрҙәрҙең береһе ишетеп ҡала. Сауҙагәр кешеләргә был турала һөйләй, һәм юлсыларҙы ебәрәләр.
Ниһайәт, Таһир менән Зөһрә осраша, әммә Зөһрәнең ире белеп ҡалып, ярһый, Таһирҙы тотоп алалар һәм үлтерәләр. Зөһрә хәнйәр алып, хәйлә менән Таһирҙың ҡәберенә үтә һәм үҙенә үҙе ҡул һала.
Текстар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Молланепес, Зохре — Тахыр, Ашгабат, 1959
- Саиеодий, Тохир ва Зухра, Тошкент, 1960
- Таһир вә Зоһрә, в кн.: Азәрбајҹан халг дастанлары, ч. 2, Бакы, 1961
- Тохир ва Зухра, Тошкент, 1974
Экранлаштырыу
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Таһир һәм Зөһрә — 1945 йылғы үзбәк фильмы
- Таһир һәм Зөһрә — Үзбәкфильмы студияһының мультипликация фильмы
- Зөһрә һәм Таһир — 1992 йылғы төркмән фильмы, Керим һәм Баба Аннановтарҙың режиссёрлыҡ эше
Бынан тыш сюжет һыҙығы күп фильмдарға хас:
- Повар и певица — шул уҡ исемле геройҙар иң яңы тарихта драматик мөхәббәт кисерә
- Не бойся, я с тобой — фәҡир Теймурҙың бай Телли ҡыҙына мөхәббәте
Драматургия
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Риүәйәттең мотивы драматург Зөһрә Абакарованың (Яникова) «Таһир һәм Зөһрә» пьесасының нигеҙе була.
Шулай уҡ ҡарағыҙ
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Әҙәбиәт
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Кекилов А., Великий лирик, Ашхабад, 1963
- Кор-Оглы Х. Г., Узбекская литература, М., 1968
- Кор-Оглы Х. Г. Туркменская литература, М., 1972
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ Большой Энциклопедический словарь. 2000.
- ↑ Таһир һәм Зөһрә 2023 йыл 3 февраль архивланған.