Эстәлеккә күсергә

Тверь көнкүреш музейы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Тверь көнкүреш музейы
Нигеҙләү датаһы 1970
Рәсем
Дәүләт  Рәсәй
Административ-территориаль берәмек Тверь
Входит в состав списка памятников культурного наследия список объектов культурного наследия: Тверь (часть 2)[d]
Мираҫ статусы объект культурного наследия России федерального значения[d][1]
Рәсми сайт tvermuzeum.ru/affiliates…
Указания, как добраться улица Нахимова, 3/21
Социаль селтәрҙә күҙәтеүселәр 4108
Карта
 Тверь көнкүреш музейы Викимилектә

Тверь көнкүреш музейы Тверь сауҙагәрҙәре Арефьевтарҙың ҡала усадьбаһы биналары комплексында урынлашҡан; Тверь дәүләт берләшкән музейының бүлексәһе .[2].

Тверь көнкүреш музейы 1970 йылда ике ҡатлы бинала асыла. Бина 1784 йылда архитектор Штенгель проекты буйынса төҙөлгән һәм элек сауҙагәр Арефьевтарҙың йорто булған. 1986 йылда ҡала усадьбаһына яңы ҡаралтылар өҫтәлеп төҙөлөү арҡаһында музей экспозиция майҙандары киңәйгән — ике төкәтмә һарайында кареталар, ҡоҙоҡ һәм амбар тора — күргәҙмә «XVIII—XIX быуаттарҙағы ҡала усадьбаһы» тигән яңы исемен ала.

Ҡалаларҙы планлаштырыу өлкәһендәге яңы дәүләт сәйәсәте сиктәрендә усадьба яңыртып төҙөлгән; 1763 йылдағы янғындан зыянланған, Арефьевтарҙың ҡала усадьбаһы янғындан һуң һаҡланып ҡалған берҙән-бер барокко стилендәге усадьба булып тора.

2012—2013 йылдарҙа усадьбаның төп йортонда, флигелдәрендә һәм кареталар (арба) һарайында реставрация уҙғарылған.

Музей экспозициялары Тверь ҡалаһы халҡының тормош-көнкүреш яғына арналған, шулай уҡ унда декоратив-ғәмәли сәнғәт әҫәрҙәре лә ҡуйылған.. Музейҙа «Тверь губернаһының XVII-ХХ быуат башындағы декоратив-ҡулланма һәм халыҡ сәнғәте», «XIX быуаттың икенсе яртыһындағы — XX быуат башындағы Тверь крәҫтиәндәре көнкүреше», «Бельский хазинаһы сере», «Рус самауыры. Тверҙә сәй эсеү» һәм «Тверь сауҙагәрҙәрендә ҡунаҡта» даими экспозициялары эшләй.

Барлығы музей коллекцияларында 773 һаҡланған әйбер иҫәпләнә. Экспозицияларҙың дөйөм майҙаны 833 м² тәшкил итә..

  1. Постановление Совета Министров РСФСР № 1327 от 30.08.1960
  2. Музей тверского быта. Музеи России (7 март 2016). Дата обращения: 2 июль 2016.