Тверь тимер юлсылар мәҙәниәт йорто
Тверь тимер юлсылар мәҙәниәт йорто | |
Дәүләт | Рәсәй |
---|---|
Административ-территориаль берәмек | Тверь |
Входит в состав списка памятников культурного наследия | список объектов культурного наследия: Тверь (часть 1)[d] |
Мираҫ статусы | выявленный объект культурного наследия России[d][1] |
Указания, как добраться | улица Колодкина, 6 |
Тверь тимер юлсылар мәҙәниәт йорто Викимилектә |
Тверь тимер юлсылар мәҙәниәт йорто — Октябрьский тимер юлы социаль өлкә дирекцияһының подразделениеһы.
Тверҙәге төйөн станцияһында тимер юлсылар мәҙәниәт йорто станцияһы 1924 йылда асыла, уның өсөн 1849—1951 йылдарҙа тимер юл казармалары яңыртып төҙөлә; был моментҡа тиклем Тверь станцияһында Николаев тимер юлының ағартыу бүлегенә ҡараған 2-III Интернационал конгресы исемендәге клуб эшләгән була[2]. Клуб асылғандан алып «Октябрь» тип йөрөтөлә, ә хәҙерге атамаһы — 1986 йылдан.
1924 йылдың мартында клубта 15 түңәрәк эшләй, унда 500-ҙән ашыу кеше шөғөлләнә. Клуб 1930—1940 йылдарҙа бик ныҡ үҫешә, уға бер ай эсендә 5 000 ашыу кеше килә башлай. Шул уҡ ваҡытта тимер юлда эшләүсе элекке Александр Невский сиркәүенең, Спас-Преображенский соборы хорҙарының солистарынан клубта опера коллективы булдырыла, улар филармонияның симфоник оркестры оҙатыуында төрлө спектаклдәр ҡуя. Коллектив репертуарында А. Даргомыжскийҙың «Русалка» (1937) һәм П. И. Чайковскийҙың «Евгений Онегин» (1938) опералары була; клуб сәхнәһендә бер нисә тапҡыр «Күк блуза» коллективы сығыш яһай. 1941 йылда мәҙәниәт йортонда концерт бригадаһы ойошторола, улгоспиталдәрҙә, һуғышҡа китеүсе яугирҙәр алдында сығыш яһай. 1942 йылдың 26 февраленән алып клуб бинаһында эвакуациялау госпитале урынлаша[3]. 1982 йылдарҙа клуб бинаһында Тверь тимер юлсылары музейы һәм фәнни-техник китапханаһы урынлаша. 1988 йылдан алып мәҙәниәт йортонда «Салам» (етәксеһе М. Саламов) профессиональ тауыш яҙыу студияһы эшләй, студия «Иң яҡшы йыл студияһы» номинацияһында ([./https://ru.wikipedia.org/wiki/1996_%D0%B3%D0%BE%D0%B4 1996 йыл]) « Йондоҙ» премияһына лайыҡ була, бында эстраданың профессиональ башҡарыусылары (Ф. Киркоров, А Пугачева, Л. Агутин, М. Шуфутинский һәм башҡалар) үҙҙәренең йырҙарын яҙҙыра.
Бина бейеклеге — 3 ҡатлы, дөйөм майҙаны 2127 квадрат метр. Бинала 3 тамаша залы бар, уларҙа 1050 кешегә ултырыу урыны тора, бинала мәҙәни-ял саралары үткәреү өсөн 12 бүлмә бар.
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ Приказ Комитета по охране историко-культурного наследия Тверской области № 68 от 30.12.1999
- ↑ Николаевская дорога: замыслы и их реализация // «Октябрьская магистраль» : газета. — 17.09.2005. — № 98 (13978).
- ↑ Святослав Михня. Железная дорога жизни. // «Вся Тверь». — 15.12.2000. — № 51.
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- колл. авт. Дом культуры железнодорожников // Тверская область: энциклопедический справочник / Гл. ред. Ильин М. А.; Науч. ред. Горевой Г. С., Иванов Б. Ю.. — Тверь: Обл. кн.-журн. изд-во, 1994. — 327 с.