Тейчи

56°36′09″ с. ш. 26°29′55″ в. д.HGЯO{{#coordinates:}}: нельзя иметь более одной первичной метки на странице
Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Тейчи
Нигеҙләү датаһы 1982
Рәсем
Категория защищённых зон МСОП категория МСОП Ia: строгий природный резерват[d]
Дәүләт  Латвия
Административ-территориаль берәмек Мадонский край[d], Вараклянский край[d] һәм Екабпилсский край[d]
Майҙан 19 779 гектар
Рәсми сайт teici.lv
Карта
 Тейчи Викимилектә

Заповедник Тейчи
латыш. Teiču dabas rezervāts
Категория МСОПIa (Ҡәтғи тәбиғи резерват)
Төп мәғлүмәт
Майҙаны19779 га[1] 
Уртаса бейеклеге105 м
Нигеҙләнгән ваҡыты1982 йыл 
Урынлашыуы
56°36′09″ с. ш. 26°29′55″ в. д.HGЯO{{#coordinates:}}: нельзя иметь более одной первичной метки на странице

teici.lv
Латвия
Точка
Заповедник Тейчи
 Тейчи Викимилектә

Тейчи (латыш. Teiču dabas rezervāts) — айырыуса һаҡланған тәбиғәт территорияһы (тәбиғи резерв), Латвияның көнсығышында, Мадон, Вараклян һәм Крустпилс крайҙары территорияларында урынлашҡан[2]. Илдең иң ҙур биләмәһе Тейчу верховое һаҙлығын (Teiču purvs) үҙ эсенә ала. Һаҙлыҡ шулай уҡ Натура 2000 тәбиғәтте һаҡлау зонаһына инә һәм Лиелайс-Пелечарес[lv] (латыш. Lielais Pelečāres purvs) һаҙлығы менән бергә Рамсар конвенцияһы тарафынан һаҡланған халыҡ-ара әһәмиәтендәге һыу-һаҙлыҡ биләмәһе булып тора[3].

Тарихы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Ҡурсаулыҡ 1982 йылдың 26 майында Тейчи һаҙлығын һаҡлау өсөн ойошторола[4] для защиты болота Тейчи. Заповедник занимает площадь 19 779 га, из которых на долю болота приходится 13 681 га[1]. Һаҙмат урында 18 таҙа һыу ятҡылығы (күл), шулай уҡ ҡаты тупраҡлы ҡалҡыу урындар ҙа бар.


Ҡурсаулыҡтың 3729 гектар самаһы өлөшөн урман биләй[2]. Тейчи — Балтия төбәгендә ошо типтағы эре экосистемаларҙың береһе, ә һаҙлыҡ үҙе — Латвияла һәм Балтик диңгеҙе буйында иң ҙурҙарының береһе (Мадонский крайы хакимиәтенең мәғлүмәттәре буйынса)[2][1].

Ҡурсаулыҡ территорияһы ғәмәлдә һис кем ҡағылмаған килеш һаҡланған. XХ быуат башында һаҙлыҡты киптерергә тырышып ҡарайҙар-ҡарауын; биләмә шул килеш һаҡланһын өсөн әлеге ваҡытта дренаж канауҙарын кеше лә ҡапларға тырыша, хайуандар ҙа үҙ өлөшөн индерә[5].

Ҡурсаулыҡ утрауҙарының береһендә, Сиксалала (Siksala), бер төркөм староверҙар (иҫке православие динен тотоусылар) йәшәй. Улар XVII быуатта, дини эҙәрлекләүҙәрҙән ҡасып, ошонда килеп төпләнгән.[2].

Географияһы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Был тәбиғәт территорияһы ғәйәт юғары дәрәжәлә һаҡлана: ҡаты тәртиптә тотолған ҡурсаулыҡ. Латвияла айырыуса һаҡланған 683 тәбиғәт биләмәһе араһында ошондай типтағы ҡаты һаҡ аҫтына алынған ҡурсаулыҡ дүртәү[6][7]. Статусына ярашлы ҡурсаулыҡта ғәмәлдә хужалыҡ эшмәкәрлеге бөтөнләй тыйыла, өҫтәүенә уның территорияһына инеү ҙә бик сикле[6]. 2004 йылдан башлап Тейчи ҡурсаулығы Европаның «Натура 2000» һаҡ селтәренә инә[5].

Ҡурсаулыҡ ике зонаға бүленгән: береһенә айырым рөхсәт менән инергә мөмкин, икенсеһенә билдәләнгән кешеләрҙең генә инеүе рөхсәт ителә. Икенсе зонаға фәнни маҡсат менән тейешле ойошманан нигеҙләүсе документ менән инеү рөхсәт ителә. Ҡалған өлөшөнә йыл дауамында 1 июндән 31 октябргә тиклем рәсми гид оҙатыуында ғына инергә ярай[2]. Ҡурсаулыҡтың Крустпилс крайына ҡараған өлөшөндә күҙәтеү башняһы ҡуйылған, уға һәр кем инеп ҡурсаулыҡты алыҫтан күҙәтә ала[1].

Флораһы һәм фаунаһы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Һаҡланған биләмәлә 688 төр көпшәле үҫемлектәр үҫеүе теркәлгән, уларҙың 37-һе илдең Ҡыҙыл китабына индерелгән. һәм 6 төрөнөң ҡайһы урында үҫеүе билдәләнелгән. Улар — сәсле репешок (Agrimonia pilosa), киң япраҡлы цинна (Cinna latifolia), ысын башмачок (Cypripedium calceolus), Лезель лосняк (Liparis loeselii), асыҡ прострел (Pulsatilla patens) һәм ленец бесприцветничковый (Thesium ebracteatum). Мүктең 212 төрөбар, шуларҙың 16-һы Ҡыҙыл китапҡа индерелгән (бик һирәк осрағандары: Sphagnum molle, Splachnum sphaericum һәм Andreaea rupestris), ә глянцеватый гаматокаулис (Hamatocaulis vernicosus) ҡайҙа үҫеүе билдәләнгән директиваға индерелгән.[3].

Ҡурсаулыҡ йәнлектәр өсөн мөһим йәшәү мөхите булып тора, шул иҫәптән умыртҡаһыҙҙар өсөн дә, күсеп йөрөүсе ҡоштарҙың туҡтап китер урыны булараҡ мөһим халыҡ-ара әһәмиәткә эйә. Бында Латвия һаҙлыҡтарында йәшәгән барлыҡ ҡоштарҙы ла осратырға мөмкин, бигерәк тә торна менән ҡаҙҙарҙы.[2].

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  1. 1,0 1,1 1,2 1,3 “Teiču Nature Reserve”– the largest moss marsh in the Baltics. Madona Municipality. Дата обращения: 21 май 2015.
  2. 2,0 2,1 2,2 2,3 2,4 2,5 Teici Nature Reserve. Visit Latvia. Дата обращения: 21 май 2015. Архивировано из оригинала 3 ноябрь 2012 года. 2012 йыл 3 ноябрь архивланған.
  3. 3,0 3,1 Uģis Bergmanis. Teici and Pelecare bogs (ингл.). Ramsar Sites Information Service. Ramsar Secretariat (1 ғинуар 2008). Дата обращения: 23 март 2017.
  4. Teiču dabas rezervāts (билдәһеҙ). Latvian Nature Conservation Agency. Дата обращения: 21 май 2015.
  5. 5,0 5,1 Заповедник Тейчи Teicu dabas rezervats, Pribalt.info. 23 март 2017 тикшерелгән. 2017 йыл 23 март архивланған.
  6. 6,0 6,1 Protected areas. Latvian Nature Conservation Agency. Дата обращения: 21 май 2015. 2012 йыл 26 апрель архивланған.
  7. Specially Protected Nature Territories. Ministry of Environmental Protection and Regional Development of the Republic of Latvia. Дата обращения: 21 май 2015.

Һылтанмалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]