Телави тарих-этнография музейы
Телави тарих-этнография музейы | |
Дәүләт | Грузия |
---|---|
Мираҫ статусы | Культурные памятники национального значения Грузии[d] |
Телави тарих-этнография музейы Викимилектә |
Телави тарих-этнография музейы - (груз. თელავის ისტორიულ-ეთნოგრაფიული მუზეუმი) - 1927 йылда төбәкте өйрәнеү музейы булараҡ барлыҡҡа килгән.
Тарихы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Музей асылғас, 8 йыл йәмәғәт башланғысында эшләп килгән. 1935 йылда ул тарих-этнография музейы итеп үҙгәртелә. Музей король Ираклий II һарайында бер нисә залда урынлаштырылған. Бүлектә төрлө осорҙар сағылдырылған.
Музей комплексы Королдәр һарайы (XVIII быуат), Батша соборы сиркәүе, XVIII быуаттың 50-се йылдарында Ираклий тарафынан ойошторолған Философия-теология мәктәбе харабалары, Король мунсаһы һәм һарайҙың туннель биләмәһе, көнбайыш яғындағы уникаль ҡапҡа, шулай уҡ Изге Нино мәктәбе,сәнғәт галереяһы һәм административ биналарҙан тора.
Король Ираклий ҡомартҡыларынан тыш музейҙа нумизматичк материал, иртә феодаль осор саркофаг, урта быуат һуғыш кейемдәре, XVII-XIX быуат баҡырҙан ҡойолған әйберҙәр, ҡорал, хевсурҙарҙың кейем өлгөләре һаҡлана.Сәнғәт галереяһында Кетеван Иашвили бүләк иткән 187 шәхси коллекция экспонаттары һәм башҡалар һаҡлана.
Бынан тыш музеейҙа фәнни китапхана бар. Унда 5000-ләп китап һәм 7000-дән ашыу фотография бар.
Галерея
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]-
Король Ираклий сиркәүе
-
Ираклийҙың тәхете
-
Музейҙың ишек алды
-
Кетеван Яшвили галереяһы
-
Музей ихатаһында Рафаэль Эристави ҡәбере
-
Музей ихатаһында Барбара Джорджадзе ҡәбере
-
Музей ихатаһында Иосеб Давиташви ҡәбере
Шулай уҡ ҡара
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Сығанаҡтар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Бендианашвили А., Колено Т. 4, стр. 645, Tb., 1979