Эстәлеккә күсергә

Теләктәшлек

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Теләктәшлек
Ҡапма-ҡаршыһы non-solidarity[d]
 Теләктәшлек Викимилектә

Теләктәшлек — төркөмдөң йәки синыфтың мәнфәғәттәр, бурыстар, стандарттар берлеген хасил иткән йә уларға таянған берҙәмлеге, үҙ-ара аңлашыуы[1][2]. Был төшөнсә йәмғиәттәге бәйләнештәргә инә. Ул башлыса социологияла, шулай уҡ башҡа йәмғиәт (социаль) фәндәрендә йәки философияла ҡулланыла.

Теләктәшлек категорияһы социалистик сәйәси теорияларҙа, католик социаль тәғлимәтендә мөһим урын биләй[3].

Төрлө йәмғиәттә теләктәшлектең нигеҙҙәре төрлө. «Ябай» йәмғиәттәрҙә ул күберәк туғанлыҡҡа (kinship) һәм дөйөм ҡиммәттәргә нигеҙләнә. Ҡатмарлыраҡ йәмғиәттәрҙә социаль теләктәшлек хисен тыуҙырған шарттарҙы ҡарарған төрлө теориялар бар.

Теләктәшлек шулай уҡ Кеше хоҡуҡтары буйынса Европа берләшмәһе хартияһының алты принцибының береһе булып тора[4], ә һәр йылдың 20 декабре Халыҡ-ара теләктәшлек көнө итеп билдәләнә, ул Берләшкән Милләттәр Ойошмаһы тарафынан танылған.

Француз социологы һәм философы Эмиль Дюркгейм буйынса, социаль теләктәшлектең төрҙәре йәмғиәт төрҙәренә бәйле. Э. Дюркгейм «механик» һәм «органик теләктәшлек» («mechanical» and «organic solidarity») төшөнсәләрен индерә. Уның йәмғиәт үҫешенә ҡағылышлы теорияһы «Ижтимағи хеҙмәт бүленеше тураһында» (1893) тигән хеҙмәтендә тасуирлана. Механик теләктәшлек хакимлыҡ иткән йәмғиәттә тупланғанлыҡ һәм берҙәмлек кешеләрҙең хеҙмәт, белем алыу, дин, йәшәү рәүешенең оҡшашлығы аша үҙ-ара бәйләнештә булыуын тойоуынан барлыҡҡа килә. Механик теләктәшлек ғәҙәттә «традицион» һәм бәләкәй йәмғиәттәргә хас була[5]. Ябай (йәғни ҡәбилә) йәмғиәттәрендә теләктәшлек ғәҙәттә туғанлыҡ бәйләнештәренә нигеҙләнә. Органик теләктәшлекте хеҙмәттең махсуслашыуы, кешеләр араһында хасил булған үҙ-ара бойондороҡлолоҡ (complementarities) барлыҡҡа килтерә. Был төр теләктәшлек «хәҙерге заман» һәм «сәнәғәт» йәмғиәттәрендә осрай.

Файл:Hebdo-Monza.jpg
Charlie Hebdo редакцияһында булған террористик акт ҡорбандарын хәтергә алыу, Монцтағы Король виллаһы, Италия, 2015 йыл 10 ғинуар

Анархизм идеологы һәм элекке кенәз Петр Кропоткиндың (1842—1921) теләктәшлек идеяһы өсөн биологик менән социаль араһындағы бәйләнеш төп әһәмиәткә эйә. «Эволюция факторы булараҡ үҙ-ара ярҙамлашыу» (1902) тигән билдәле китабында Кропоткин кешелектең төрлө үҫеш баҫҡыстарында, шулай уҡ хайуандар араһында ла ғүмереңде һаҡлап ҡалыу механизмы сифатында кооперациялашыу ҡулланылыуын тикшерә. Уның ҡарашынса, теге йәки был төр эсендә үҙ-ара ярҙамлашыу, йәғни кооперация, социаль институттар эволюцияһының мөһим шарты булып тора. Башҡаларға булышлыҡ итеү рәүешендәге теләктәшлек бер-береңә ярҙам итешкәндә үтә мөһим булып тора. Ул рәхмәт ишетеү теләгенән түгел, ә инстинктив теләктәшлек хисенән килеп сыға[6][7][8].

Теләктәшлек — хәҙерге философияла аяҡҡа баҫыу баҫҡысындағы концепт: ул этиканың һәм сәйәси философияның төрлө өлкәләрендә тикшеренеү объекты булып тора.[9].



  1. Merriam Webster, http://www.merriam-webster.com/dictionary/solidarity.
  2. solidarity — definition of solidarity by The Free Dictionary
  3. Chojnacka, D. WalczakS. Adamiak, E. , Social security in Poland — cultural, historical and economical issues, Copernican Journal of Finance & Accounting, Vol 2, No 2, s. 16.
  4. Charter of Fundamental Rights of the European Union, Title IV
  5. Collins Dictionary of Sociology, p405-6.
  6. https://ru.wikisource.org/wiki/Взаимопомощь_как_фактор_эволюции_(Кропоткин_1907)/Введение(недоступная ссылка)
  7. Kropotkin, P. Mutual Aid: A Factor of Evolution. — L.: Freedom press, 1998.
  8. Efremenko D., Evseeva Y. Studies of Social Solidarity in Russia: Tradition and Modern Trends. // American Sociologist, v. 43, 2012, no. 4, pp. 349—365. — NY: Springer Science+Business Media
  9. Bayertz, Kurt, ed. (1999), «Solidarity», Dordrecht: Kluwer Academic Publishers, ISBN 9780792354758