Эстәлеккә күсергә

Тематик өҙөмтә индексы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте

Тематик өҙөмтә индексы (рус. Тематический индекс цитирования, ТИЦ) — «Яндекс» эҙләү машинаһы технологияһы, сифат характеристикаларын иҫәпкә алып, интернет-ресурстарҙың абруйын билдәләүҙән — уларға башҡа сайттарҙан һылтанмалар яһауҙан тора. Ғилми-тикшеренеү һәм проект-конструкторлыҡ үҙәге әҙерләнгән махсус алгоритм буйынса иҫәпләнә, унда ресурстың һәм уға һылтанма яһалған сайттарҙың тематик яҡынлығына ҙур әһәмиәт бирелә. Был күрһәткес тәү сиратта «Яндекс» каталогы рубрикаларында ресурстарҙың урынлашыу тәртибен билдәләү өсөн файҙаланыла. Һылтанма яһалған бөтә сайттар ҙа «Яндекс» менән индексацияланырға тейеш. Шул уҡ ваҡытта каталогтың тейешле биттәрендә түңәрәкләнгән һандар буйынса күрһәтелә, улар бүлек ресурстарының абруйын яҡынса билдәләүгә ярҙам итә.

Тематик өҙөмтә индексы интернет-ресурсҡа һылатаныусы сайттарҙың дөйөм күләме менән билдәләнә.

Тематик өҙөмтә индексына түбәндәге осраҡтар иҫәпкә алынмай:[1]

  • Интернет-ресурс хаким рөхсәтенән тыш һылтанма ҡуйып булған сайттар,
  • Интернет-ресурстың үҙенең эске һылтанмалары,
  • Түләүһеҙ хостингта урынлашҡан сайттар (Яндекс. Катологта булған сайттарҙан башҡалары).

Тематик өҙөмтә индексы ғәҙәттә 2-3 айға бер тапҡыр яңыртыла.

Ҡулланыуҙы туҡтатыу

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

2018 йылдың 31 авгусында Яндекс тематик өҙөмтә индексын барлыҡ ресурстар өсөн иҫәпләүҙе һәм сағылдырыуҙы туҡтатты һәм яңы баһалау күрһәткесе — «Сайт сифаты индексы» индерҙе[2]. Сайт сифаты индексы интернет-ресурстар абруйын тематик өҙөмтә индексын һәм башҡа сифат күрһәткестәре менән берлектә иҫәпләй.

  • Веб-сайттарҙын өҙөмтә килтереү индексы
  • Эҙләүҙе оптималләштереү
  • PageRank
  1. Яндекс. Помощь: Как измеряется тИЦ. Дата обращения: 10 июль 2012. Архивировано 10 июль 2012 года.
  2. Встречайте ИКС. Блог Яндекса для вебмастеров (31 август 2018). Дата обращения: 31 август 2018. Архивировано 31 август 2018 года.