Фекерләшеү:Тематик өҙөмтә индексы
Уҡыу көйләүҙәре
Термин
[сығанаҡты үҙгәртеү]Айти өлкәһендә эшләгән бер йәш егет БашВикила яҙыша башланы. Телде бик белмәй, әммә ныҡлы өйрәнергә теләй. "Тематический индекс цитирования, ТИЦ" мәҡәләһен тәржемә итеп яҙҙы. Мәҡәләнең тулы исемен "Өҙөмтәләүҙең тематик индексы" тип төҙөттем, ә ҡыҫҡаса терминда уйға ҡалдым: "ӨТИ" терминын ҡулланышҡа индерергәме, юҡмы? Рөстәм Нурыев (әңгәмә) 07:57, 29 декабрь 2022 (UTC)
- Баныу Ваҡыт булғанда ҡарап сығып тәртипкә килтерә алмаҫһығыҙмы икән? Тағы ла Атлетико Мадрид бар.--ZUFAr (әңгәмә) 08:14, 29 декабрь 2022 (UTC)
- Айсар, Рөстәм Нурыев, ZUFAr, «Башҡортса-русса һүҙлек»тә (Мәскәү - 1958 й.) «өҙөмтә» — русса тәржемәһе: «выдержка», «извлечени»е, «цитата», «выписка». Поэманан килтерелгән өҙөмтә — выдережка из поэмы; приказдан алынған өҙөмтә — выписка из приказа; өҙөмтә килтереү - цитировать что, привести выдержку. «ӨТИ» терминын индереп булмайҙыр, сөнки «өҙөмтә»нең мәғәнә үҙсәнлеге ниндәй текста ҡулланыуҙан тора. Һүҙлектәрҙә «өҙөмтә» лә, «цитата» ла бар, «цитата» башҡорт телендә ҡулланыуҙан төшөп ҡалмаған. Әлеге мәҡәлә өсөн «Цитата килтереүҙең тематик индексы» исеме уңышлыраҡтыр --Баныу (әңгәмә) 17:29, 29 декабрь 2022 (UTC)
- Минең ҡараштан индекс тематик була алмай, индекс ул ниндәйҙен һан, бында цитата тематик булырға тейеш. «Тематик цитаталар индексы» «Тематик өҙөмтәләр индексы» булһа нисек?--ZUFAr (әңгәмә) 14:52, 29 декабрь 2022 (UTC)
- «Тематик цитаталар индексы» «Тематик өҙөмтәләр индексы» минең вариант тәүҙә шулай ине. Руссанан тура тәржемә иткәндә «индекс» тематик була, тип аптырап ҡалдым --Баныу (әңгәмә) 17:29, 29 декабрь 2022 (UTC)
- Категория:ТНК России (Транснациональная компания) нисек тәржемә итәбеҙ--ZUFAr (әңгәмә) 16:30, 29 декабрь 2022 (UTC)
- Минең тәҡдим — Категория:Рәсәй трансмилли компанияһы --Баныу (әңгәмә) 21:42, 29 декабрь 2022 (UTC)