Тиргәле (йылға)
Тиргәле | |
Ҡайҙа ҡоя | Савруша |
---|---|
Ҡушылдыҡ | Дерягаль |
Һыу йыйыу бассейны | Волга бассейны[d] |
Бассейн майҙаны | 237 км² |
Дәүләт | Рәсәй |
Административ-территориаль берәмек | Һамар өлкәһе |
Оҙонлоҡ | 34 km |
Тиргәле (рус. Тергала) — Рәсәйҙәге йылға. Ырымбур һәм Һамар өлкәләре[1] биләмәләрендә аға. Савруша йылғаһына уң яғынан тамағынан 7,8 км алыҫлыҡта ҡушыла. Йылға оҙонлоғо 34 км тәшкил итә. Бассейн майҙаны — 237 км²[2].
Географияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Йылға башы Кенәле Ярҙары ҡалҡыулығында Һамар өлкәһе Исаково ауылынан 4, 5 км алыҫлыҡта ята[3]. Көньяҡ — көньяҡ-көнсығыш-йүнәлешендә әлеге ауыл, шулай уҡ ошо өлкәнең Кротково, Тиргәле, Рысайкино, Алькино ауылдары аша аға[4]. Савруша йылғаһына Ырымбур өлкәһе Пчелка ҡасабаһы ҡаршыһында ҡушыла[5].
Тиргәле ауылы (Һамар өлкәһе, Похвистневск районы) эргәһендә йылғаны быуып, яһалма күл эшләгән булғандар. Унда халыҡ ял итергә яратҡан, әммә һуңғараҡ быуаны йыралар.
Төп ҡушылдыҡтары: Дерягаль (һул, оҙонлоғо 15 км), Оло Эрәме (һул), Ҡарамалы (уң).
Шулай уҡ йылға бассейнында Новорысайкино, Алешкино, Атамановский, Новокротково (бөтәһе лә Һамар өлкәһе) ҡасабалары урынлашҡан.
Һыу реестры мәғлүмәттәре
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Рәсәй дәүләт һыу реестры мәғлүмәте буйынса йылға Түбәнге Волга һыу бассейны округында урынлашҡан, һыу хужалығы участкаһы — Оло Кенәле йылғаһы башынан тамағына тиклем, Көтөүлек йылғаһынан башҡа Көтөүлек һыуһаҡлағысына тиклем. Бәләкәй йылға бассейны (йылға эске бассейны) — юҡ, йылға бассейны — Волга, Куйбышев һыуһаҡлағысы үренән Каспий диңгеҙенә ҡушылғанға тиклем[2].
Һыу ресурстарының федераль агентлығы тарафынан әҙерләнгән Рәсәй Федерацияһы территорияһын һыу хужалығы буйынса районлау геоинформация системаһы мәғлүмәттәре буйынса[2]:
— Дәүләт һыу реестрында һыу объектының коды — 11010000812112100008111
— Гидрологик өйрәнеү (ГӨ) буйынса коды — 112100811
— Бассейн коды — 11.01.00.008
— ГӨ буйынса томы — 12
— ГӨ буйынса сығарылыш — 1
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ «Рәсәй гидротехник ҡоролмалар регистры һәм дәүләт һыу кадастры үҙәге».
- ↑ 2,0 2,1 2,2 «Тергала» — информация об объекте в Государственном водном реестре
- ↑ Карта бите N-39-81-A.
- ↑ Карта бите N-39-81-C.
- ↑ Карта бите N-39-81-D-c.
Видеояҙмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Рәсәй Федерацияһы тәбиғәт ресурстары һәм экология министрлығы 2015 йыл 26 май архивланған.