Тесла моторс

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Tesla Motors
Тип

Асыҡ акционерҙар компанияһы

Листинг на бирже

NASDAQ: TSLA

Нигеҙләнгән

2003

Нигеҙләүсе

Илон Маск,
Мартин Эберхард,
Джей Би Штробель,
Марк Тарпеннинг

Уранлашыуы

Америка Ҡушма Штаттары АҠШ: Калифорния, Пало-Альто

Төп фигуралар

Илон Маск (генераль директор һәм компания рәйесе)
Джей Би Штробель (техник директор)
Франц фон Хольцхаузен (баш дизайнер)

Тармаҡ

Автомобилдәр етештереү

Продукция

Tesla Roadster
Tesla Model S
Tesla Model X
Tesla Model 3
Powerwall

Әйләнеш

$ 4,04 млрд (2015 йыл)[1]
$ 2,013 млрд (2013 йыл)[2]
$ 413,3 млн (2012 йыл)[3]

Операцион килем

$ -716 млн (2015 йыл, зыян)[1]
$ -187 млн (2014 йыл, зыян)[4]

Килем

$ -888 млн (2015 йыл, зыян)[1]
$ -294 млн (2014 йыл, зыян)[5]

Милке

$ 8,09 млрд (2015 йыл)[1] $ 2,417 млрд (2013 йыл)[2]
$ 1,114 млрд (2012 йыл)[3]

Хеҙмәткәрҙәр һаны

14000 (2016)[6]

Сайт

www.tesla.com

 Тесла моторс Викимилектә

Tesla MotorsАмерика автомобиль компанияһы, эшмәкәрлегенең төп йүнәлеше — электромобилдәр етештереү. Бөтә донъяға танылған электротехник һәм физик Никола Тесла исемен йөрөтә.

Tesla компанияһы (башта Tesla Motors булараҡ нигеҙ һалына) 2003 йылдың 1 июлендә Мартин Эберхард һәм Марк Тарпеннинг тарафынан теркәлә. 2004 йылдың февралендә өс нигеҙ һалыусыһы компания өсөн $7,5 млн инвестиция йыя, шул иҫәптән Илон Маск $6,5 млн доллар аҡса һала. Маск директорҙар советы рәйесе була һәм Эберхардты генераль директор итеп тәғәйенләй.[7] Беренсе Tesla автомобиленең прототиптары рәсми рәүештә 2006 йылдың 19 июлендә Санта-Моникала (Калифорния) халыҡҡа күрһәтелә.[8]

2006 йылда Маск компания өсөн 100 миллион доллар аҡса йыйыуға өлгәшә. Һөҙөмтәлә Тесла 2008 йылда үҙенең тәүге Roadster моделен сығара башлай.[9] 2010 йылдың ғинуарында Тесла АҠШ-ның Энергетика Министрлығы тарафынан $465 млн долларлыҡ заём ала, һәм 2013 йылда компания уны ҡайтара.[10]

2010 йылдың май айында Тесла Калифорния штатының Фримонт ҡалаһында Model S. автомобилдәрен сығарыу буйынса фабрика төҙөй башлай[11]

2010 йылдың 29 июнендә Тесла NASDAQ-та беренсел асыҡ акция тәҡдимдәрен (IPO) урынлаштыра башлай һәм һөҙөмтәлә $226 млн доллар ҡаҙана. Шулай итеп, 1956 йылдағы Ford Motor компанияһы тәжрибәһенән һуң, Тесла АҠШ-тың IPO форматында эшләгән беренсе автокомпанияһы була.[12]

2012 йылдың июнендә Тесла Model S. атамалы икенсе модель автомобилен сығара башлай. 2017 йылдың июлендә иһә Тесла Model 3 тип аталған еңел машинаһын һатыуға сығара.[13]

2019 йылдың 14 мартында йәмәғәтселек иғтибарына яңы электромобиль тәҡдим ителә - Tesla Model Y[14]

2020 йылдың ноябрендә Тесла, Убер һәм Американың башҡа 26 компанияһы Эмиссиянан Ирекле Транспорт Ассоциацияһын (ZETA) ойоштора, ул АҠШ-та электромобилдәр һанын арттырыу буйынса лоббилыҡ эштәрен башҡарасаҡ.[15]

2021 йылдың 25 октябрендә компанияның капиталлашыуы 1 триллион долларҙан ашып китте.[16]

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  1. 1,0 1,1 1,2 1,3 Tesla Motors. Tesla Motors, Inc. – Fourth Quarter & Full Year 2015 Update (PDF). Tesla Motors (10 февраль 2016). Дата обращения: 31 март 2016. 2016 йыл 12 апрель архивланған.
  2. 2,0 2,1 Tesla Motors, Inc. – Fourth Quarter & Full Year 2013 Shareholder Letter. 2014 йыл 27 май архивланған.
  3. 3,0 3,1 Tesla Motors, Inc. Архивировано 29 апрель 2013 года.
  4. Tesla Motors, Inc. (TSLA) Income Statement - NASDAQ.com
  5. TSLA Annual Income Statement - Tesla Motors Inc. Annual Financials
  6. Tesla hiring spree (15 ғинуар 2014).
  7. History of Tesla: Timeline and Facts. thestreet.com. Дата обращения: 28 декабрь 2021.
  8. Zero to 60 in 4 Seconds, Totally From Revving Batteries. nytimes.com. Дата обращения: 28 декабрь 2021.
  9. Electric Car Evolution. cleantechnica.com. Дата обращения: 28 декабрь 2021.
  10. Tesla gets loan approval from US Department of Energy. tesla.com. Дата обращения: 28 декабрь 2021.
  11. Idle Fremont Plant Gears Up for Tesla. wsj.com. Дата обращения: 28 декабрь 2021.
  12. Growth Of Tesla Guide. comparebrokers.co. Дата обращения: 28 декабрь 2021.
  13. Everything you need to know about Tesla Model 3, which is starting production. theverge.com. Дата обращения: 28 декабрь 2021.
  14. Tesla unveils Model Y electric SUV with 300 miles range and 7-seats. electrek.co. Дата обращения: 28 декабрь 2021.
  15. Clean Transportation Leaders Launch Zero Emission Transportation Association. prnewswire.com. Дата обращения: 28 декабрь 2021.
  16. Tesla breaks $1tn valuation barrier after Hertz orders 100,000 vehicles. theguardian.com. Дата обращения: 28 декабрь 2021.