Тимерсе урамы (Таганрог)
Тимерсе урамы Таганрог | |
Дөйөм мәғлүмәт | |
---|---|
Ил |
Рәсәй |
Төбәк |
Ростов өлкәһе |
Ҡала | |
Оҙонлоғо |
6160 метр |
Почта индексы |
347930/347935 |
картала |
Тимерсе урамы — Таганрогтағы урам. Гоголь тыҡрығынан Галицкий урамына тиклем һуҙыла[1]. Оҙонлоғо 6160 метр.
Тарихы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Тимерсе урамы үҙенең исемен XIX быуат урталарында уҡ, был урамда урынлашҡан тимерсе оҫтаханалары арҡаһында ала[2]. Тимерсе урамында бөгөнгө көнгә тиклем боронғо ҡоролмалар һаҡланып ҡалған. Мәҫәлән, 1-се йорттоң 1870 йылда төҙөлгән булыуы һәм Таганрог сауҙагәре Константин Письменскийҙыҡы булғанлығы бик яҡшы билдәле. 3-сө, 15-се, 16-сы йорттарҙа ярлылар өсөн ҡуналҡа булған. Был урамдағы күп йорттар мещан ҡатламы кешеләренеке булған.
П. П. Филевский хәтирәләре буйынса, 1918 йылдың ғинуар айында Тимерсе урамында, 3-сө Киев прапорщиктәр мәктәбенең юнкерҙарын боҫҡондан пулеметтан аталар. Улар большевиктар менән килешеү төҙөргә мәжбүр булалар һәм, килешеүгә ярашлы, ҡаланы ташлап китергә тейеш булалар.
2003 йылдың февралндә ҡала хакимиәте Тимерсе урамын, Транспорт урамының 144 һәм 167/3 йорттарынан (уларҙы ла керетеп) Галицкий урамына тиклемге араһын С. И. Шило урамы тип атарға ҡарар итә, урамдың ҡалған тарихи өлөшөнөң исеме һаҡлана— Тимерсе урамы[3].
Тимерсе урамында урынлашҡан
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- «Каравай-Юг» икмәк заводы — Тимерсе урамы, 33
- 38-се мәктәп — Тимерсе урамы, 182;
- 5-се ҡала дауаханаһы — Тимерсе урамы,157-159;
- 5-се мәктәп — Тимерсе урамы, 162
Ҡыҙыҡлы факттар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Тәүҙә бөтә Тимерсе урамының исемен С. И. Шило исемендәге урам итеп үҙгәртергә уйлайҙар. Ләкин ҡала халҡының көтөлмәгән ҡаршылығына осрайҙар. Хакимиәт К. А. Семериков етәкселегендә урамдың бер өлөшөнөң генә исемен үҙгәртергә ҡарар ҡабул итә.
Сығанаҡтар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ Андреенко А. С. Кузнечный переулок / Энциклопедия Таганрога. — Таганрог: Антон, 1998. — С. 320.
- ↑ Макаренко В.
- ↑ Собств. корр. Переименование части улицы Кузнечной не доставит хлопот её жителям 2010 йыл 16 май архивланған. // old.taganrog.ru. — 2003. — 21 февр.