Тимер юлсылар мәҙәниәт һарайы (Дондағы Ростов)

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Бина
Тимер юлсылар мәҙәниәт һарайы
Лендворец
Лендворец
Ил Рәсәй
Дондағы Ростов Тимер юлсылар районы,
Гусев урамы, 2а/5
Архитектура стиле Конструктивизм, совет монументаль классицизмы
Проект авторы Кондратьев Михаил Николаевич, Эберг Леонид Фёдорович
Нигеҙләнгән 1928 йылда асылған
Төҙөлөшө 19241927 йылдар
Настоятель Директор - Шевченко Ирина Владимировна
Статус Регион әһәмиәтендәге мәҙәни мираҫ объекты
Бөгөнгө хәле 2000 йылда реконструкция үткәрелгән
Сайт Рәсми сайт

1927

Тимер юлсылар мәҙәниәт Һарайы (ДК Железнодорожников, Лендворец) — Дондағы Ростов ҡалаһындағы мәҙәниәт йорто.

Тарихы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

1924 йыл башында Дондағы Ростовта Владикавказ тимер юлының төп оҫтаханалары профсоюзы пролетариат юлбашсыһы В. И. Ленин хөрмәтенә Хеҙмәт Һарайы төҙөү инициативаһы менән сығыш яһай (шулай уҡ Ленин исемендәге Эшселәр Һарайы йәғни Лендворец тип тә атала[1]). Мәҙәниәт Һарайын төҙөү өсөн урын осраҡлы ғына һайланмай. Бында 1905 йылдың декабрендә Владикавказ тимер юлының эшселәренән торған халыҡ дружинаһы, 13-нән 20 декабргә тиклем 1-се баррикадала батша армияһы һәм казактар һөжүмен кире ҡаға.

1924 йылдың 3 майында буласаҡ тимер юлсылар мәҙәниәт Һарайы фундаментына нигеҙ һалына. Төҙөлөш бик йылдам бара һәм1927 йылдың 6 ноябрендә Һарай тантаналы асыла. Проект авторҙары архитекторҙар Кондратьев Михаил Николаевич, А.Маркелов, Эберг Леонид Фёдорович. Тәүге ҡарарға килеүселәрҙе Һарай 1928 йылда ҡабул итә. Ошо ваҡыттан алып тимер юлсыларҙың бөтә ҙур мәҙәни саралары һәм тантаналы осрашыуҙары мәҙәниәт Һарайында үтә. Шундай иҫтәлекле ваҡиғаларҙың береһе — 1934 йылдың октябрендә тимер юлсыларҙың Михаил Александрович Шолохов менән осрашыуы. 1941 йылда Лендворецта 339-сы Ростов уҡсылар дивизияһының 1135-се уҡсы полкы ойошторола.

Бөйөк Ватан һуғышы ваҡытында һарайҙың бинаһы өлөшләтә емерелә. Һарайҙы тергеҙеү проектын архитектор Зоя Поченцова-Орлинская төҙөй. Тулыһынса яңыртыу эштәре 1957 йылда тамамлана. 1960 йылда тимер юл даны музейы асыла, 1961 йылда — тарих, дин һәм атеизм музейы.

Мәҙәниәт Һарайы бинаһына өс мемориаль таҡта ҡуйыла:

  • «В. И. Ленин исемендәге тимер юлсылар мәҙәниәт Һарайы 1905 йылдағы Ростов эшселәренең батша самодержавиеһына ҡаршы ҡораллы күтәрелеше урынында төҙөлгән»,
  • «1905 йылдағы эшселәренең батша самодержавиеһына ҡаршы ҡораллы күтәрелешендә геройҙарса һәләк булдылар: Сабинин Виталий Иосифович, Пивин Дмитрий „Ноги“, Клара Рейзман, иптәш Василий, Сара Лейтер, Антон Уваров»,
  • «Был бинала 1941 йылдың авгусында 339-сы Ростов уҡсылар дивизияһының 1135-сы уҡсылар полкы ойошторола».

Һүрәтләү[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Тимер юлсылар мәҙәниәт Һарайы Дондағы Ростовта совет конструктивизмы стилендә төҙөлгән беренсе бина, һәм СССР-ҙа эшселәр өсөн төҙөлгән беренсе Һарайҙарҙың береһе була. Бина күп өлөшлө структуралы. Төп фасадтан уң яҡтағы ете ҡатлы бейек өлөшөнән һәм һуҙылып киткән дүрт ҡатлы өлөштән тора. Беренсе ҡат бер береһенә тығыҙлап йәбештерелгән тура дүртмөйөшлө таштар менән көпләнгән. Парад ишегенә 10-ар һикәлтәле ике киң баҫҡыс илтә. Өс үҙәк ишекте стенанан сығып торған өсмөйөшлө декоратив биҙәк матурлап тора. Фасад штукатуркаланған. Эсендәге ҡатмарлы планировка театр һәм кино залдары тирәләй тупланған. Һарай әле лә Рәсәйҙең көньяғындағы иң ҙур һарай биналарының береһе булып тора. Тимер юлсылар мәҙәниәт Һарайында 700 урынлыҡ театр-концерт залы, 300 урынлыҡ банкет залы бар. Бинала утыҙҙан артыҡ түңәрәк, студиялар, клуб берләшмәләре эшләй, уларҙа ике меңгә яҡын кеше шөғөлләнә[2].

Һуғыштан һуңғы реставрация һөҙөмтәһендә фасад ныҡ ҡына үҙгәреш кисерә. Был осорҙа конструктивизм стиле эҙәрлекләүгә дусар була, һарайға төп ишек эргәһендә колонналы портал эшләнә. Шулай булыуға ҡарамаҫтан, алыҫтан йүгерек ҡараш ташлағанда бинаның иң тәүге ҡиәфәте силуэтын күҙалларға мөмкин[3].

Етәкселәре[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Һуғыштан һуңғы йылдарҙа мәҙәниәт Һарайының директорҙары булдылар: Н. П. Руманов, К. К. Делин, В. П. Кудряшов, Р. У. Цыбульский, А. В. Подгорный, В. В. Башкиров, Л. М. Рафаэлов, Т. В. Наумова, А. Г. Лактионов. Хәҙерге ваҡытта Һарай менән Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған мәҙәниәт эшмәкәре Шевченко Ирина Владимировна етәкселек итә.

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  1. Лендворец(недоступная ссылка)
  2. ДК Железнодорожников (Лендворец). Городской портал Ростова-на-Дону. Дата обращения: 15 февраль 2017.
  3. Советский конструктивизм. Rostov-Region. Дата обращения: 15 февраль 2017.

Һылтанмалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]