Герпес
Герпес | |
МКБ-10 | |
---|---|
МКБ-9 |
054.0, 054.1, 054.2, 054.3, 771.2 |
DiseasesDB |
5841 |
eMedicine | |
MeSH |
D006561 |
Герпес Викимилектә | |
Герпес (грек. ἕρπης — тимрәү) — инфекцион ауырыуҙар төркөмө; герпес вирустары тыуҙырған һыулы күперткеләр ҡалҡыу менән билдәләнгән бер төркөм ауырыуҙар[1]; үҙенсәлекле вирустар тыуҙырған һыулы күперткеләр ҡалҡыу менән характерлы бер төркөм тире ауырыуҙары[2].
Тасуирлама
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Кеше герпес тыуҙырыусы — Herpesviridae ғаиләһенә ҡараған ДНК‑лы вирустар, кеше организмында ғүмерлеккә урынлашыуға (персистирланыуға) һәм иммунитет дефициты фонында ауырыуҙың төрлө формаларын тыуҙырыуға һәләтле. Вирустың 8 тибы билдәле, кеше өсөн бөтәһе лә — ауырыу тыуҙырғыс. Ябай (тирене, лайлалы тиресәне, күҙ мөгөҙсәһен зарарлай) һәм уратма (нервы системаһын зарарлай) герпес айырыла. Ауырыу һауа, бәйләнеш йәки енси юл аша йоға
Булышлыҡ иткән сәбәптәр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Иммунитеттың түбәнәйеүе, һалҡын тейеү, витаминдар етешмәүе, стресс. Йыш ҡына грипп, пневмония һ.б. ауырыуҙар фонында барлыҡҡа килә.
Төп симптомдары
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Тире ҡысыу йәки әрнеү, шешкән ирендәргә, танау япраҡтарына, ауыҙ ҡыуышлығы һәм енес ағзаларының лайлалы тиресәләренә үтә күренгән тупланып торған ваҡ күперткеләр сығыу, күперткеләр урынында ҡутыр барлыҡҡа килеү; уратма герпес: баш һәм нервылар йүнәлеше буйлап (ҡабырғалар араһы, боттар) ауыртыу, лимфа төйөрҙәре ҙурайыу, тән температураһы күтәрелеү, тирегә күперткеләр сығыу.
Диагностика
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Диагностика өсөн флюоресценцияланыусы антиесемдәр, иммунофермент анализ, полимераз сылбырлы реакция ысулдары ҡулланыла.
Дауалау
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Медикаментоз (вирустарға ҡаршы, шешеүгә ҡаршы, иммуномодулләүсе препараттар), вакцинотерапия, диетотерапия, физиотерапия. Ихтимал булған өҙлөгөүҙәр: тиренең һәм эске ағзаларҙың бактериаль инфекциялары, экзема, йөрәк-ҡан тамырҙары етешмәүсәнлеге, энцефалит һ.б.
Иҫкәртеү
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Иммунитетты күтәреү, һалҡын тейеүҙән, стрестан һаҡланыу һ.б. Башҡортостанда өлкән кешеләрҙең 80—90%‑ы ябай герпес вирусын йөрөтә.
Ауырыуҙы өйрәнеүсе ғалимдар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Герпестың дауалау ысулдарын фәнни яҡтан тикшереү Медицина университетында (Д.Ә.Вәлишин, Д.Х.Хунафина һ.б.), 2‑се Республика клиник дауаханаһында ; Ә.Х.Стоянова, Л.А.Сәлихова), Күҙ ауырыуҙары институтында (Р.Ә.Батыршин, И.А.Грипась, М.А.Деребизова, В.Б.Мальханов, Н.Е.Шевчук һ.б.) алып барыла.
Шулай уҡ ҡарағыҙ
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Әҙәбиәт
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Бикбулатов Р.М. Цитопатология экспериментального герпеса. Уфа, 1970; шул уҡ. Герпетическая инфекция. М., 1974 (авторҙ.).