Эстәлеккә күсергә

Тимфи

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Тимфи
грек Τύμφη
Ил
Таулы системаһыПинд 
Иң юғары түбәһеГамила 
Иң юғары нөктә2497 м 
Греция
Красная точка
Тимфи
 Tymfi Викимилектә

Ти́мфи (грек. Τύμφη) — Грециялағы тау. Илдең көнбайыш өлөшөндә Янина префектураһында урынлашҡан. Был так бейеклеге буйынса Грецияла алтынсы урында тора. Тауҙың өс түбәһе бар. Иң бейек бүбәһе Гамила (болг.)баш.[1] (Γκαμήλα) диңгеҙ өҫтө кимәленән 2497 метр бейеклектә, Гура (Γκούρα) 2467 метр һәм Астрака (Αστράκα) 2432 метр. Тауҙың оҙонлоғо көнсығыштан кҡнбайышҡа яҡынса 20 - 25 километр, төньяҡтан көньяҡҡа киңлеге 15 километр.

Тимфи тауы ипкенендә альп тибындағы Драколимни күле урынлашҡан.

Τύμφη төрлө формала әйтелеүе мөмкин: Тимфи, Tymphe, тимфи йәки Tymphi. Һүҙ нимә аңлата икәне билдәһеҙ, әммә был һүҙ боронғо замандар уҡ ҡулланылып килә. "Тимфа" йәки "Stymphe" атамаларын боронғо географ Страбон ҡулланған, шулай уҡ тау атамаһын Тимфея өлкәһе һәм тауҙа йәшәгән боронғо ҡәбилә йөрөтә. [2]

Тау түбәләре этимиологияларына килгәндә, улар башлыса грек теленән килеп сыҡҡан. Иң бейек Gamíla (Γκαμήλα, [gaˈmila]) түбәһе "дөйә" тигәнде аңлата; Karterós (Καρτερός, [karteˈros]) "ҡеүәтле"; Мегала Lithária (Μεγάλα Λιθάρια, [meˈɣala liˈθarja]) грек телендә "оло таштар" тигәнде аңлата; Astráka (Αστράκα, [aˈstraka]) грек телендә "улаҡ"; һәм Lápato (Λάπατο, [ˈlapato]) - былар грек телендә "ҡуҙғалаҡ". Грек теле менән бәйле булмаған түбәләр араһында Гоура (γκορρα ,[ggura]) албан телендәге gur "Ҡая" тигәнде аңлата; Tsoúka Róssa (τσοκκα ρσσσα ,[ttsukarosrosa]) ароматан телендә "ҡыҙыл ҡая" тигәнде аңлата.

Ҡалып:Greece-geo-stub