Тири монастыры
Тири монастыры | |
груз. თირის მონასტერი | |
Нигеҙләү датаһы | XIII быуат |
---|---|
Дәүләт |
Грузия Көньяҡ Осетия |
Административ-территориаль берәмек | Цхинвал |
Мираҫ статусы | Культурные памятники национального значения Грузии[d] |
Тири монастыры (грузин: მონასტერი თირის), әлеге ваҡытта бәхәсле Көньяҡ Осетия биләмәһендә Тшинвали районы менән йәнәш урынлашҡан. Грузин православ сиркәүендә урта быуат фрескалары һәм боронғо грузин яҙмалары бар. 2015 йылда үткәрелгән техник хеҙмәтләндереүҙәрҙән һуң сиркәүҙең фрескалары өлөшләтә зыян күрә. Ҡомартҡыға Грузияның милли әһәмиәттәге мәҙәни ҡомартҡы статусы бирелгән[1]
Архитектураһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Тири монастыры Тири үҙәнендә Тшинвали районынан төньяҡ-көнбайышҡа ҡарай 9 км алыҫлыҡта урынлашҡан. Монастырь сиркәүҙән, манаранан, аш-һыу бинаһынан, хөжрәләрҙән һәм башҡа ҡоролмаларҙан тора. Башлыса базальт таштан төҙөлгән, шулай уҡ кирбес тә ҡулланылған.[2]
15.7 x 8.8 ҙурлыҡтағы сиркәү 13 быуаттың икенсе яртыһында төҙөлә. 1420 йылдарҙа киңәйтелә, күтәрмә эшләнә, бөгөнгө көндә ул емерелгән. Фасады ташта һырлап биҙәлгән. 14 быуат аҙағында сиркәү хужаһы Тавхелидзе сиркәүҙең көнбайыш яғына терәлеп торған ике ҡатлы манара төҙөй. Тири монастыры 1682 йылда кенәз Тактакидзелаға күсә, ул сиркәүҙең төньяҡ-көнсығыш осонда ғаилә баҙы төҙөй[3].
Яҙыуҙары
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Грузин яҙмалары монастырь стеналарының тыш яғында урынлашҡан. Ике яҙыуы өҫтәмә бинала, бер яҙыу манарала бар.[2] Яҙмаларҙа Тавхелисдзе ғаиләһенең ағзалары телгә алына. Тағы бер асомтаврули алфавитындағы яҙыу казначей Хела һәм Бевроз Махатлишвилины телгә ала. Өсөнсө яҙыуҙа Тактакидзе ғаиләһенең ағзалары епископ Руисили Филипп, Ардашель һәм Элизба тураһында хәбәр итә.
Бынан тыш, ике юллыҡ яҙыуҙа епископ Филипп тураһында әйтелә. Мәрмәр ҡәбер ташында ун ике юллыҡ яҙыу бар. Яҙыуҙа дворян кенәзе атаһы Вахтанг Ростомдың бында ерләнеүе тураһында яҙа.[4] Был ҡәбер менән йәнәш принц Георг Мачабелиҙың улы Эрекленың кәшәнәһе урынлашҡан. Был яҙыуҙарҙы 1850 йылда француз Мари-Феликите Броссет баҫтырып сығара[5]
Тарихы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Тири монастыры төрлө грузин тарихи документтарында 18 быуатҡа тиклем телгә алына[6] Рәсәй Грузияны баҫып алғандан һуң Тири монастыры һәм 1811 йылда район сиркәүе итеп үҙгәртелә[7].
2008 йылда Рәсәй-грузин һуғышы ваҡытында монастырь Көньяҡ Осетия һәм Рәсәй һәм көстәр контроле аҫтына эләгә. Һөҙөмтәлә мәхәллә руханиҙарына һәм сиркәү общинаһына сиркәүгә инеү тыйыла[8] Конфликттар тамамланғас, 2015 йылдың июлендә сиркәүҙә реставрация эштәре үткәрелә, әммә был йүнәтеүҙәрҙән һуң сиркәүҙең фрескалары зыян күрә[9].
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ "List of Immovable Cultural Monuments" (PDF) (Gürcüce). National Agency for Cultural Heritage Preservation of Georgia. Erişim tarihi: 25 July 2019.
- ↑ 2,0 2,1 [1]. — Georgian National Museum.
- ↑ Gamkrelidze, Gela; Mindorashvili, Davit; Bragvadze, Zurab; Kvatsadze, Marine, (Edl.) (2013). "თირი [Tiri]". ქართლის ცხოვრების ტოპოარქეოლოგიური ლექსიკონი [Topoarchaeological dictionary of Kartlis tskhovreba (The history of Georgia)] (PDF) (Georgian). Tbilisi: Georgian National Museum. ss. 248–249. ISBN 978-9941-15-896-4.
- ↑ «თირის მონასტრის წარწერები» (ka): 195-209.
- ↑ Brosset Marie-Félicité. Rapports sur un voyage archéologique dans la Géorgie et dans l'Arménie. — St.-Petersbourg: Imprimerie de l'Académie Impériale des Sciences, 1850. — P. 60–62.
- ↑ Gamkrelidze, Gela; Mindorashvili, Davit; Bragvadze, Zurab; Kvatsadze, Marine, (Edl.) (2013). "თირი [Tiri]". ქართლის ცხოვრების ტოპოარქეოლოგიური ლექსიკონი [Topoarchaeological dictionary of Kartlis tskhovreba (The history of Georgia)] (PDF) (Georgian). Tbilisi: Georgian National Museum. ss. 248–249. ISBN 978-9941-15-896-4.
- ↑ Uvarova, Prasoviya S. (1894). "Христианские памятники [Christian monuments]". Материалы по археологии Кавказа. Вып. IV [Materials for the Archaeology of the Caucasus, Vol. 4] (Russian). Moscow. s. 175.
- ↑ "Satellite Damage Assessment for Cultural Heritage Monuments, South Ossetia, Georgia - Damage Assessment with WorldView-1 Satellite Imagery Recorded on 19 August 2008" (PDF). UNITAR's Operational Satellite Applications Programme — UNOSAT. 11 September 2008. Erişim tarihi: 6 August 2019.
- ↑ "Ремонтные работы в Тирском монастыре приостановлены" [Repair works at the Tiri monastery has been suspended.] (Rusça). Sputnik South Ossetia. 7 July 2015. Erişim tarihi: 6 August 2019.
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Ҡалып:Vikikaynak-ufak
- YouTube сайтында "Tiri Manastırı"