Эстәлеккә күсергә

Тирлән һыуһаҡлағысы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Тирлән һыуһаҡлағысы
Күлдән аҡҡан йылғалар Тирлән (йылға)
Дәүләт  Рәсәй
Административ-территориаль берәмек Башҡортостан Республикаhы
Карта

Тирлән һыуһаҡлағысы (Тирлән быуаһы) — Башҡортостан Республикаһының яһалма һыу ятҡылығы. Тирлән йылғаһында плотина төҙөү һөҙөмтәһендә барлыҡҡа килә. Һыуһаҡлағыс рекреация ихтыяждары, балыҡ үрсетеү, ташҡындан һаҡлау, энергетика өсөн төҙөлә. 129,3 гектар майҙанды тәшкил итә. Диңгеҙ кимәленән бейеклеге — 195 метр.

Йылғаның ҙур булмаған һыу йыйыу майҙанына ҡарамаҫтан, был һыуһаҡлағыс 1994 йылдың 7 авгусында һәләкәтле йырылып китеүе менән билдәле. Был штатһыҙ 8 600 000 м³ һыу ағыҙыу һөҙөмтәләре буйынса Рәсәй Федерацияһында иң һәләкәтлеһе тип һанала. Авария һөҙөмтәһендә 4 тораҡ пункты һыу аҫтында ҡала, тулыһынса 85 йорт юҡҡа сыға, 200 йорт өлөшләтә емерелә, 29 кеше һәләк була, 786 кеше ҡыйыҡһыҙ ҡала[1][2].

  1. Лесков, Сергей Возродит ли Саяно-Шушенская ГЭС легенду о всемирном потопе? Известия науки (15 март 2004). Дата обращения: 16 май 2011. Архивировано 2 апрель 2004 года.
  2. Гавшина, Оксана Саяно-Шушенский айсберг. "Газета", №11 от 25 января 2010 (25 ғинуар 2010). Дата обращения: 16 май 2011. Архивировано 27 ғинуар 2010 года.