Эстәлеккә күсергә

Тиф (хикәйә)

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Тиф
Нигеҙләү датаһы 21 март (2 апрель) 1887
Атамаһы Тиф
Сәнғәт формаһы хикәйә
Автор Чехов Антон Павлович
Әҫәрҙең теле урыҫ теле
Нәшер ителеү ваҡыты 23 март (4 апрель) 1887
Баҫылған Петербургская газета[d]
Авторлыҡ хоҡуғы статусы 🅮[d] һәм 🅮[d]

Тиф (хикәйә)  — Антон Павлович Чехов әҫәре. Хикәйә 1887 йылда яҙылған, шул уҡ йылдың 23 мартында «Петербург гәзитенең» 80-се һанында «Летучие заметки» бүлегендә А. Чехонте ҡултамғаһы менән баҫылып сыға.

А. П. Чеховтың «Тиф» хикәйәһе 1887 йылда яҙылған, шул уҡ йылдың 23 мартында «Петербург гәзитенең» 80-се һанында «Летучие заметки» бүлегендә А. Чехонте ҡултамғаһы менән баҫылып сыға. 1888 йылда А. Ф. Маркс баҫҡан йыйынтыҡҡа «Рассказы» атамаһы аҫтында индерелә. «Рассказы» йыйынтығына автор үҙгәртеүҙәр индерә.

Чехов тере саҡта хикәйә инглиз, болгар, венгр, немец, серб-хорват, словак, фин, француз һәм чех телдәрендә тәржемә ителә.

Был хикәйә Чеховтың Петербургҡа барыуы менән бәйле. Чеховтың ағаһы, Александр, яҙыусыны тиф менән ауырыған ҡатынын дауаларға саҡырып ала. Чехов М. В. Киселеваға: «Петербург миңә үлем ҡалаһын хәтерләтте. Мин ҡалаға ҡурҡып килеп индем, юл буйында ике табут осраттым, ә ағайым тиф менән ауырып ята ине. Тифлы кеше янынан Лейкинға киттем һәм «яңы ғына» Лейкин швейцарының тифтан эш ерендә үлгәнен белә. Күргәҙмәгә барһам, унда ла, үс иткәндәй, ҡара кейем кейгән, матәм тотҡан ханымдар осрай».

Тәнҡитсе Д. П. Голицынға хикәйә бик оҡшай. Ул авторға: «Һеҙҙең «Тиф» хикәйәһен мин беренсе тапҡыр ощо көндәрҙә уҡып сыҡтым, һәм мин Һеҙгә әйтергә тейешмен, был әҫәр — бик һәйбәт әйбер. Ғөмүмән, минең аңлауымса, Һеҙҙең сюжет уйларға ҙур оҫталығығыҙ бар, һәм башығыҙҙа үҙенсәлекле темалар тулып ята»[1].

В. А. Тихонов был хикәйәне Чеховтың иң тәрән әҫәрҙәренең береһе тип һанай: «Изге төндөң» матурлығына төшөнгән кеше бары тик һиҙгер, йомшаҡ, наҙлы күңелле шағир булырға тейеш, мотлаҡ - шағир. Тәрән һәм нескә, һиҙгер күҙәтеүсе генә «Враги», «Ведьма» һәм шуның кеүек башҡа хикәйәләрҙе аңларға мөмкин. Күҙәтеүсе «Степь» хикәйәһе буйлап эҙһеҙ генә , бер нимә лә күрмәйенсә үтә алмай. Психолог «На пути» һәм «Дома» хикәйәләрендә кеше күңеленең һәр бер боролошон күрә. Психопатолог «Тиф» һәм «Припадок» хикәйәләрен уҡығанда ғазаплана»[2].

И. А. Бунин хикәйәнең психологик анализының тәрәнлеген билдәләп, уны Чеховтың иң һәйбәт өҫәрҙәре иҫәбенә индерә. Ул: «Әлбиттә, табип булып эшләүе уға был юҫыҡта эшләргә күп нимә биргән,» - ти.

Кире фекерҙәр араһында — тәнҡитсе К. К. Арсеньевтың әйткәне . Ул хикәйәне «Чехов әфәнде очерктарының төп көсө булып торған йөкмәткеһе һәм айырым матурлыҡтары был әҫәрҙә бик ярлы» яҙылған хикәйәләргә индерә.

Тәнҡитсе К. Говоров әҫәрҙә Чеховтың маҡсаты - «һауыҡтырыу мәшәҡәттәрен» һүрәтләү генә тип әйтә. Был бурыс яҙыусы өсөн «балаларса ғына». Тәнҡитсе Медведский хикәйәлә «авторҙың бөтөнләй психологияны һүрәтләргә ҡулынан килмәүен» билдәләй[3].

  • Климов, йәш поручик.
  • Катя, Климовтың һеңлеһе, ун һигеҙ йәшлек ҡыҙ.
  • Табип, мыҡты кәүҙәле, ҡара һаҡаллы кеше.

Хикәйә йәш поручик Климовтың почта поезында Петербургтан Мәскәүгә барыуын күрһәтеү менән башлана. Ул поезда үҙен насар тоя, нишләптер ауыҙы кибә, башы томандағы кеүек була, ундағы уйҙар мейеһенән тышта мөстәнләп ҡыҙырып йөрөгән кеүек була башлай. Уның янында вагонда бер кеше ултыра  — әллә фин, әллә швед. Климов был халыҡтар тураһында «бигерәк алама халыҡ. Ер шарында бары тик урын алып ҡына тора. Нимәгә кәрәге бар инде уларҙың ?» - тип уйлай. Ул шулай уҡ «француздар һәм итальяндар тураһында ла уйланырға теләй, ләкин ул халыҡтар эсендәге шармансылар, шәрә ҡатындар һәм сит ил олеографиялары тураһындағы хәтирәләр уның уйҙарын туҡтата». Фин уға һүҙ өндәшеп ҡарай, тик офицер ауырыуға һылтанып, фин менән һөйләшеүҙән баш тарта.

Поездан төшкәс, ул ат яллай һәм өйөнә ҡайтып төшә. Уға табип саҡыралар, ләкин поручиктың хәле ауырайғандан-ауырая башлай. Һеңлеһе ул һауыҡһын өсөн доға ҡыла. Бер нисә көн уҙып китә. Климовҡа әҙерәк хәл инә, ул аңына ҡайта. Инәһе уның тиф менән ауырығанлығы тураһында әйтә. Климов һеңлеһе Катяны эҙләй башлай һәм уның тиф менән ағаһынан зарарланыу арҡаһында үлеп киткәнлеген асыҡлай. Был хәбәрҙе ишеткән поручиктың ауырыуҙан терелеүгә шатлығы онотолмаҫ юғалтыу ҡайғыһы менән алмашына.

  • Чехов А. П. Тиф (рассказ)// Чехов А. П. Полное собрание сочинений и писем: В 30 т. Сочинения: В 18 т. / АН СССР. Ин-т мировой лит. им. А. М. Горького. — М.: Наука, 1974—1982.
  • Voir Dictionnaire Tchekhov, Page 294, Françoise Darnal-Lesné, Édition L’Harmattan, 2010, ISBN 978 2 296 11343 5.
  • Fièvre typhoïde traduit par Édouard Parayre, Bibliothèque de la pléiade, Édition Gallimard, 1970, ISBN 2-07-010550-4.
  1. Из архива А. П. Чехова. М., 1960, стр. 180
  2. Записки ГБЛ, вып. 8, 1941, стр. 67
  3. К. Говоров. Рассказы А. Чехова. — «День», 1889, № 485, 13 октября