Томан (Шиҙе ҡушылдығы)
Уҡыу көйләүҙәре
Томан | |
Ҡайҙа ҡоя | Шиҙе (Һәләүек ҡушылдығы) |
---|---|
Ҡушылдыҡ | Ҡасыпутырған һәм Тандаир[d] |
Һыу йыйыу бассейны | Волга бассейны[d] |
Дәүләт | Рәсәй |
Административ-территориаль берәмек | Башҡортостан Республикаhы |
Томан — Башҡортостан Республикаһы Ишембай районындағы йылға Шиҙе ҡушылдығы. Диңгеҙ кимәленән 470, 9 метр бейеклектә ике ҡыҫҡа ваҡытлы һыу ағымдары ҡушылыуҙан барлыҡҡа килгән[1]. Томан һыу — көңгөрт төҫтәге һыу.
Тауҙар араһынан аға. Сыҡҡан урынында йылғаның кисеүе бар, урындағы әһәмиәттәге юл шул кисеү аша үтә. Урта ағымында уға ҙур булмаған Таңайыры йылғасығы ҡушыла, артабан Томан сауҡалығы эргәһенән аға[1]. Шиҙегә ҡушылған ерҙә кисеүе бар, яҡында ғына умарталыҡ урынлашҡан[2].