Трактор (журнал)

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Перейти к навигации Перейти к поиску
Трактор
журнал
Формат{{{формат}}}
Сығыу йышлығыайына 1 тапҡыр
Сыға башлаған1929 йыл ғинуар
Редакция адресы:Өфө

«Трактор» журналы — «Һабан» журналының дауамы булып, 1929 йылдың ғинуарынан Өфөлә нәшер ителә башлай. Дүрт-биш табаҡ күләмендә айына бер тапҡыр сыға.

«Трактор» журналында крәҫтиән хужалығын күтәреү юлындағы бөтә мәсьәләләр яҡтыртыла: ауыл хужалығын машиналаштырыу, күмәкләштереү, ауылды производство яғынан кооперативлаштырыу, ауылға етәкселек итеү, игенселек һәм малсылыҡты күтәреү һ.б.