Туйҙа мендәр байрамы
Туйҙа мендәр байрамы | |
---|---|
Төрө | Халыҡ |
Байрам итеү | Туй алдынан бирнә менән тантаналы йөрөш |
Йолалар | казактар |
Арналған | казак туй йолалары |
Туйҙа мендәр байрамы — казактарҙың туй йолаһы тантанаһы алдынан үткәрелә торған байрам.
Тарихы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Казактарҙың туй йолаларының береһе булып мендәр байрамы тора. Был байрам туйҙан бер нисә көн алдан үткәрелә, кәләштең бирнәһен кейәү йортона күсереү менән бәйле.
Кәләш йортона кейәүҙең туғандары йыйыла һәм бирнәне ҡарай. Бүлмәләрҙә алдан уҡ туй мендәрҙәре таратып һалына. Кейәү менән кәләш мендәрҙәргә ултыра, ә бирнәне сигеп биҙәүсе тегеүселәр ҡунаҡтарға бал алып килә. Кейәү бал эсә һәм «Бал әсе, шәрбәтләргә кәрәк» тип әйтеп, кәләште үбә. Ошонан һуң кейәү тегеүселәрҙе аҡса менән бүләкләй. Шунан һуң мендәрҙәргә башҡа ҡунаҡтар ултыра, улар ҙа бал эсә, үбешәләр һәм мендәр менән бәрешәләр. Ошонан һуң «мендәрселәр» кәләштең бирнәһен кейәү йортона алып китәләр, улар артынан арбала һандыҡты тейәп алып баралар. Кейәүҙең туғандары бирнәне ҡабул итеп ала һәм «мендәрселәр» тантаналы йөрөшөндә ҡатнашыусыларҙы һыйлай.
Был байрам хәҙерге көндә Раздорская станицаһында, Пухляковский утарында һәм башҡа урындарҙа һаҡланып ҡалған. Дон казак мендәре башҡа халыҡтарҙың мендәренән күп параметрҙар буйынса айырыла: үлсәме, формаһы, биҙәлеше, символик тәғәйенләнеше, йортта һәм ғаиләлә урыны менән. Бынан тыш, Дон казактарының һәр береһенең өйөндә тағы ла бер төр, айырым туй-тылсымлы символға эйә булған мендәр була. Казак өйөндә ундай мендәр «Надька» исемле мендәр була.
XIX быуаттың 90-сы йылдарында мендәр байрамы туй алдынан була торған иң мөһим ваҡиғаға әйләнә. Туй алды процессияһында мендәрселәр кем менәндер нескә сағыштырыуҙар яһайҙар. Әгәр элек кәләшкә әхирәттәре станицалағы имеш-мимеште һөйләһәләр, артабан мендәрҙең тышҡы күренеше кәләштең характерын һәм йөҙөн билдәләй. «Надька» мендәре изге йәки хәйләкәр бесәй, үҙ һүҙле кәзә, тоғро эт ҡиәфәтендә эшләнә. Уларҙа кәләш менән уртаҡ сифаттар сағыла: ҙур күҙҙәр хужабикәнең күҙенән бер ниндәй ҙә проблеманы йәшереп булмай тигәнде аңлата. Мендәрҙәге бесәйҙең оҙон тырнаҡтары кәләштең үҙен һәм һөйгәнен яҡлай алыуы тураһында һөйләй. Бесәй, кәзә, эт күренешендәге мендәрҙәрҙе теләһә ниндәй туҡыманан тегергә була. Мендәрҙең аҫ яғының йоҡлау өсөн уңайлы, йомшаҡ булыуы мотлаҡ. Бөтә мендәрҙәрҙең дә тышҡы күренеше ҡупшы.
Дондың төрлө станицаларында һәм утарҙарында туй алды мендәрҙәренең биҙәктәре үҙҙәренсә. Шулар араһында: Раздорская станицаһында — сигеү, Мелиховский һәм Коныгин утарҙарында — селтәр менән биҙәү, Старочеркасская станицаһында — әүеркә һалыу, Пухляковский утарында — аппликация (ҡорама һымаҡ ҡорау) һәм башҡалар. Бынан тыш, мендәрҙәрҙе казак символы булған — көнбағыш, тюльпанлы даланың сағыу күренеше, ҡоштар осҡан зәңгәр күк йөҙө, ҡояш һәм башҡа сағыу, төҫлө туҡымаларҙан аппликация менән биҙәйҙәр.
Әҙәбиәт
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Харузин М. «Сведения о казацких общинах на Дону». М. 1885.
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Казачья свадьба
- Казачья свадьба традиции и обычаи 2017 йыл 19 май архивланған.
- Казачья свадьба 2016 йыл 4 декабрь архивланған.
- Обычаи, обряды и язык донских казаков
- Казачьи обряды 2017 йыл 1 октябрь архивланған.