Эстәлеккә күсергә

Туроверов Александр Васильевич

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
{{{Исеме}}}
Жанр:

стихотворение

Туроверов Александр Васильевич
Туроверов Александр Васильевич
Исеме:

Туроверов Александр Васильевич

Тыуған көнө:

1833({{padleft:1833|4|0}})

Вафат булған көнө:

1890({{padleft:1890|4|0}})

Вафат булған урыны:

<!— -->

Гражданлығы:

Рәсәй империяһы Рәсәй империяһы

Эшмәкәрлеге:

, хәрби эш, шиғриәт

Йүнәлеше:

шиғриәт

Жанр:

шиғыр

Әҫәрҙәре яҙылған тел:

рус

Дебют:

"Казачьи досуги"

Наградалары:

Изге Станислав ордены, 3-сө дәрәжә Изге Анна ордены

Туроверов Александр Васильевич (18331890) — шағир, хәрби эшмәкәр.

Изге Анна ордены

А. В. Туроверов дворян ғаиләһендә тыуған, Новочеркасск гимназияһын һәм Харьков университетының юридик факультетын тамамлаған. Октябрь менән 1848 йылдың октябренән башлап  ғәскәри идара канцелярияһында эшләй, артабан ғәскәр есаулы һәм Дон наказлы атаманының адъютанты була. Ошо ваҡыт эсендә ғәскәр старшинаһы дәрәжәһен ала һәм Изге Станислав  һәм 3-сө дәрәжә Изге Анна ордены менән бүләкләнә. 1861-1863 йылдарҙа Донецк округында мировой аралашыусы булып хеҙмәт итә һәм 1869 йылдың октябрендә подполковник чинында отставкаға сығарыла. 1870 йылдың мартында ул ҡабат хеҙмәт итергә ҡайта һәм  "крәҫтиән эштәре буйынса өлкә присутствиеһының алыштырғыһыҙ ағзаһы була". 1887 йылдың  май айында ул генерал-майор дәрәжәһен ала һәм бөтөнләйгә эштән сығып, яратҡан шөғөлө — шиғыр яҙыу менән булыша.

Александр Туроверов "Казачьи досуги" (1858) шиғырҙар йыйынтығы авторы булараҡ билдәле. Уның йыйынтығындағы "Конь боевой с походным вьюком" һәм "Много лет Войску Донскому" шиғырҙары казактарҙың киң ҡатламдары араһында популярлыҡ яулай (тәүге шиғыры киң билдәле булған йырға әйләнеп китә). Нәҫелдән килгән шиғыр яҙыу таланты артабан Николай Туроверовҡа ла бирелә.

Александр Васильевич Туроверов Новочеркасскиҙә ерләнгән.

  • Астапенко М. П., Астапенко Е. М. Николай Туроверов: казак, воин, поэт. — Ростов н/Д, ООО «Терра», 2014. — 100 с. ISBN 978-5-906446-03-9