Туған тел. Рәми Ғарипов

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Туған тел. Рәми Ғарипов
Атамаһы Туған тел
Сәнғәт формаһы шиғыр[d]
Автор Ғарипов Рәми Йәғәфәр улы
Әҫәрҙең теле башҡортса‎
Нәшер ителеү ваҡыты 1957
Рәми Ғарипов

«Туған тел»Башҡортостандың халыҡ шағиры Рәми Ғариповтың шиғыры.

Тарихы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Туған тел

Мин халҡымдың сәскә күңеленән
Бал ҡортондай ынйы йыямын,
Йыямын да — йәнле ынйыларҙан
Хуш еҫле бер кәрәҙ ҡоямын.

Шуға ла мин беләм тел ҡәҙерен:
Бер телдән дә телем кәм түгел —
Көслө лә ул, бай ҙа, яғымлы ла,
Кәм күрер тик уны кәм күңел!..

Халҡым теле минең — хаҡлыҡ теле,
Унан башҡа минең илем юҡ;
Илен hөймәҫ кенә телен hөймәҫ,
Иле юҡтың ғына теле юҡ!

Әсәм теле минең — сәсән теле,
Унан башҡа минең халҡым юҡ,
Йөрәгендә халҡы булмағандың
Кеше булырға ла хаҡы юҡ!

Рәми Ғарипов «Туған тел» шиғырын 1957 йылда яҙа.

XX быуаттың 60-сы йылдарында, йәмғиәттә башҡорт теленә генә түгел, барлыҡ милли телдәргә иғтибар кәмей барған осорҙа, Рәми Ғариповтың «Туған тел» шиғыры халыҡты уйланырға мәжбүр итә. Шуның өсөн уға хатта «милләтсе» мөһөрө лә баҫыла. Шағир вафат булғандан һуң, уның тормош иптәше Надежда Васильевна, милләте буйынса украин булһа ла, төрлө осрашыуҙарҙа үҙенең сығышын саф башҡорт телендә «Туған тел» шиғырын уҡыу менән тамамлай.

Ә үҙгәртеп ҡороу башланған йылдарҙа, Башҡортостан Республикаһының үҙаллығы өсөн көрәш барғанда, «Туған тел» шиғыры әйҙәүсе лозунг, девиз көсөнә эйә була. Бөгөн был шиғыр башҡорт халҡының иң бөйөк әҫәрҙәренең береһе булып тора. Ул һәр концерт-сараларҙа тиерлек яңғырай. Хәҙер инде уны яттан уҡыу буйынса интернет селтәрендә флешмобтар ойошторола. Унда Башҡортостан халҡы ғына түгел, хатта сит ил вәкилдәре лә ҡатнаша.


Тәржемәләре[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Шиғыр украин (Евген Букет)[1], рус, саха[2] һәм белорус (Юрась Баланчук)[3][4] телдәренә тәржемә ителгән.

Баһалама[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Башҡортостандың халыҡ шағиры, Салауат Юлаев исемен­дәге дәүләт премияһы лауреаты Рауил Бикбаев шиғырға ошолай баһа биргән[5]:

«„Туған тел“ — һүҙ маһирлығының да, фекер үткерлегенең дә, сәйәси һиҙгерлектең дә үрнәге ул. Ша­ғир оҫталығының камиллашыуы, ҡараш­тарының киңәйеүе ошондай күренеш­тәр­ҙең тыуыуына килтерҙе, һәм был әҫәр тормоштағы хәүефле тенденциялар тура­һында беренселәрҙән булып иҫкәртте»

.

Шулай уҡ ҡарағыҙ[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Һылтанмалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Викикитапхана логотибы
Викикитапхана логотибы
Ошо темаға Викикитапханала текстар бар
Туған тел. Рәми Ғарипов