Тыуған көн (хикәйә)

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Викидатала элемент тултырылмаған

Тыуған көнАнтон Павлович Чехов хикәйәһе. 1888 йылда яҙылған, тәүге тапҡыр 1888 йылда «Северный вестник» журналының 11-се һанында Антон Чехов ҡултамғаһы менән баҫылып сыға.

Баҫмалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

А. П. Чеховтың «Тыуған көн» хикәйәһе 1888 йылда яҙылған, тәүге тапҡыр 1888 йылда «Северный вестник» журналы редакцияһының заказы буйынса яҙылып, «Северный вестник»тың 11-се һанында Антон Чехов ҡултамғаһы меәнән баҫылып сыға. А. Ф. Маркс нәшер иткән А. П. Чехов әҫәрҙәре йыйылмаһына индерелә. 1893 йылда «Посредник». йыйынтығында нәшер ителә.

Чехов тере саҡта серб-хорват һәм швед телдәренә тәржемәләнә.

Тәнҡит[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Яҙыусы тере саҡта яҙылған тәнҡиттә хикәйәләге психологик анализдың тәрәнлеге һәм нәфислеге билдәләп үтелә. «Новости дня» гәзитен күҙәтеп, яҡтыртып барыусыһы В. В. Кузьмин былай тип яҙа: «Хикәйә бик оҫталарса яҙылған: яҡты, йылы, нәфис, ябай һәм ғәҙел <...> Ауырыу ҡатындың психологик кризис моменты бик юғары оҫталыҡ менән һүрәтләнгән ...»[1]{0}[13]{/0}} (1936) Психологик анализдың тәрәнлеген Н. Веневич [2] һәм тәнҡитсе А—ъ шулай уҡ әйтеп үтә [3].

Журналдың күҙәтеп барыусылары хикәйә сюжетының оҙонлоғона иғтибар бүлә. Мәҫәлән, А. И. Введенский хикәйәләге «бөтмәҫ ваҡ-төйәктәрҙең күплегенең» әҫәрҙең «нәфис тулылығына» зыян килтереүен[4], Н. Ладожский хикәйәнең «оҙонораҡ яҙылыуҙан күңелһеҙерәк» булыуын билдәләп үтә[5].

Тәнҡитсе Р. Дистерло «Неделя» гәзитендә, Чеховтың был хикәйәһе «рухы һәм стиле буйынса бөтөнләйе менән граф Толстойҙыҡына оҡшатып яҙылған»-ти.

Персонаждар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Ольга Михайловна, тыуған көнөн байрам иткән ирҙең хәләл ефете.
  • Пётр Дмитрич, күп ҡатындарға оҡшаусы, тыуған көнөн байрам итеүсе ир.
  • Любовь Александровна Шеллер, ун ете йәшлек ҡунаҡ ҡыҙ, яңы ғына институт тамамлаған.
  • Варвара, хеҙмәтсе ҡатын.

Сюжет[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

А. Чехов хикәйәһе биш киҫәктән тора. Ваҡиға ирле-ҡатынлы Ольга Михайловна һәм Петр Дмитричтарҙың өйөндә бара. Ольга Михайловнаның ете айлыҡ ауыры бар. Петр Дмитричтың тыуған көн байрамына ҡунаҡтар саҡырылған. Байрам ығы-зығыһы Ольга Михайловнаны ныҡ йонсота. «Уның өйҙән йыраҡҡараҡ китеп күләгәлә ултырып, ике айҙан тыуасаҡ балаһы хаҡында уйланып, ял иткеһе килә».

Төшкө аштан һуң хужалар ҡунаҡтары менән бергә баҡсаға ял итергә сыға. Ҡыуыш янында ултырырға Ольга Михайловна ла килә. Ул шунда ултырғанда, ҡатыны янынан Пётр Дмитрич һәм Люба үтеп бара. Ольга Михайловна ҡыуыш эсенә инеп ҡаса һәм уларҙың һөйләшкәнен йәшертен генә тыңлай. Петр Дмитрич Любаға үҙенең бер тапҡыр судҡа эләгеүе тураһында һөйләй. Үҙенең хикәйәһен ул: «Беҙҙә шундай тәртип, һеҙ ҡояш, ай һәм башҡа күп әйберҙәр тураһында һөйләй алаһығыҙ, тик либералдар тураһында берәй һүҙ әйтеүҙән хоҙай үҙе һаҡлаһын! Либерал — ул иң ағыулы кипкән бәшмәк, әгәр һин уға яңылыш ҡына бармағың менән төртһәң, ул шунда уҡ һиңә саң болотон бөркәсәк» тип тамамлай.

Ольга Михайловна ирен бик ныҡ ҡыҙғанһа ла, Любаны ҡурҡыныс түгел тип һанай. Ләкин уны «Петр Дмитричтың яртылаш үҙенеке булмауы …» бик ныҡ борсой. Артабан Ольга Михайловна ире менән үҙенең бергә тормош итеүе хаҡында уйланып ултыра ла, ҡунаҡтар янына килә. Кискеһен ҡунаҡтар кәмәлә йөҙә, күңел аса. Һуңғараҡ Ольга Михайловна үҙен бик ныҡ насар тоя башлай һәм өйөнә ҡайтып инә. Уны тулғаҡ тота башлай, һәм ҡатын үле бала тыуҙыра. Ҡатынды бөтөнләйе менән тормошҡа битарафлыҡ биләй.

Әҙәбиәт[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Чехов А. П. Именины // Чехов А. П. Полное собрание сочинений и писем: В 30 т. Сочинения: В 18 т. / АН СССР. Ин-т мировой лит. им. А. М. Горького. — М.: Наука, 1974—1982.

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  1. Читатель. Заметки читателя. — «Новости дня», 1888, № 1944, 2 декабря
  2. «Очерки современной литературы». — «Русский курьер», 1888, № 319, 18 ноября
  3. «Журнальное обозрение». — «День», 1889, № 219, 5 января
  4. «Русские ведомости», 1888, № 333, 3 декабря
  5. «Критические наброски». — «Санкт-Петербургские ведомости», 1888, № 326, 25 ноября

Һылтанмалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Ҡалып:Изолированная статья