Эстәлеккә күсергә

Төньяҡ Двина каналы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Төньяҡ Двина каналы
Рәсем
Һыу башы Шексна[d]
Ҡайҙа ҡоя Сухона[d]
Дәүләт  Рәсәй[1]
Административ-территориаль берәмек Вологда өлкәһе
Диңгеҙ кимәленән бейеклек 111 метр[2]
Карта
 Төньяҡ Двина каналы Викимилектә


Төньяҡ Двина канал — Рәсәйҙең Вологда өлкәһендәге канал, ул Төньяҡ Двина һыу системаһының өлөшө булып тора. Каналдың ҙур өлөшө «Рус Төньяғы» милли паркы аша үтә.

Канал Волга-Балтик һыу юлының өлөшө булған Шексна йылғаһын һәм Төньяҡ двина ҡушылдығы булған Сухона йылғаһын тоташтырып тора. Канал Шексна йылғаһы ярындағы Топорня тораҡ пунктынан башланып (664—665 км Волга-Балтик һыу юлы) Порозовица, йылғаһы, Кубен күле һәм Сухона йылғаһынан алып № 7"Знаменитый" шлюзына тиклем (Шера ауылы) һуҙылған.

Канал XX быуаттың 30-сы йылдарына тиклем Волга менән Аҡ диңгеҙҙе тоташтырып торған берҙән-бер һыу юлы булған.

Каналдың дөйөм оҙонлоғо 127 километр тәшкил итә. Канал киңлеге 26 метрҙан 30 метр тиклем етә, тәрәнлеге 1,8 метр. . Канал составына инә:

  • Топорнин каналы
    • Шлюз № 2
    • Шлюз № 3
    • Топрнин ҡапҡаһы
  • Сиверский күле
  • Кузьминский каналы
  • Покровка күле (Бабье)
  • Поздышко йылғаһы
  • Зауломский күле
    • Зауломский быуаһы
  • 1-се Вазерин каналы
  • Пигасово күле
  • 2-се Вазерин каналы
  • Кишем күле
  • Кишем каналы
    • Кишем ҡапҡаһы
  • Иткла йылғаһы
    • Шлюз № 4
  • Благовещен күле
  • Порозовица йылғаһы
    • Шлюз № 5
    • Шлюз № 6
  • Кубен күле
    • «Данлыҡлы» быуаһы
    • Шлюз № 7 «Данлыҡлы»

Каналда алты шлюз һәм һигеҙ быуа бар. Камераларҙа һыу ауышлығы 1- 4 метрға тиклем, камералары ағастан., .

  1. GEOnet Names Server — 2018.
  2. (unspecified title)GeoNames.
  • Справочная книжка Вытегорского округа путей сообщения. 1910 г. Вытегра. 1910 г.
  • Справочная книжка Вытегорского Округа путей сообщения. Мариинский и Тихвинский водные пути. 1916 г. Вытегра. 1916 г.