Төп ашамлыҡ

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Перейти к навигации Перейти к поиску
Бифштекс менән төшкө аш. Бифштекс бында төп ашамлыҡ

Төп ашамлыҡ (ингл. main course) — бер нисә аш-һыуҙан торған табында төп ризыҡ. Ҡағиҙә булараҡ, антреҙан (entrée) һуң тәҡдим ителә. Төп ашамлыҡ ғәҙәттә менюлағы иң ауыр, ҡайнар һәм иң ҡатмарлы аш-һыу. Төп ингредиенттары — ит йәки балыҡ. Ҡайһы саҡта вегетариан табындарҙа төп ашамлыҡ булараҡ ит ризыҡтарына оҡшатып бешерелгән аш-һыу тәҡдим итәләр. Төп ашамлыҡ алдынан ҡабымлыҡ йәғни еңел ашамлыҡтар, турама Һәм (йә) аш, ә һуңынан десерт бирелә. Төп ашамлыҡты ҡайһы бер осраҡтарҙа «итле ризыҡ» тип тә атайҙар.

Рәсми табындарҙа яҡшы итеп әҙерләнгән төп ашамлыҡ гастрономия бейеклеген йә кульминацияһын күрһәтеүе мөмкин. Бындай осраҡтарҙа алдан тәҡдим ителгән ризыҡтарҙы төп ашамлыҡҡа ҡарап әҙерләйҙәр. Ул ваҡытта уға ҙурыраҡ баҫым яһала һәм табындың уңышлы ойошторолоуы бөтөн мәжлестән ҡәнәғәтлеҡ тойғоһон көсәйтә. Төп ашамлыҡтан һуң тәҡдим ителгән ризыҡ тәм тойоу ағзаларын һәм ашҡаҙанды тынысландыра.[1]

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  1. Vergé Roger The Main Course — Weidenfeld & Nicolson, 1996. — ISBN 0-297-83638-2.