Эстәлеккә күсергә

Өфө приборҙар эшләү производство берекмәһе

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
(УППО битенән йүнәлтелде)
Өфө приборҙар эшләү производство берекмәһе
Тармаҡ авиация сәнәғәте[d]
Нигеҙләү датаһы 1956
Ойоштороу-хоҡуҡ формаһы акционерҙар йәмғиәте
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
«Почёт Билдәһе» ордены
Рәсми сайт uppo.ru

Өфө приборҙар эшләү производство берекмәһе (УППО) — Өфөләге авиация сәнәғәте предприятиеһы, Рәсәйҙә һәм БДБ-ла авиация приборҙары эшләү заводтарының иң эреләренең береһе.

Осоу аппараттары менән автоматик идара итеү системалары, борт иҫәпләү комплекстары, етештереү-техник тәғәйенләнештәге тауарҙар эшләп сығара.

1956 йылдың 21 ғинуарында СССР авиация сәнәғәте министры бойороғо менән дәүләт союз заводы 123 сафҡа индерелә. 1960 йылда РСФСР Министрҙар Советының 1959 йылдың 7 октябрендәге 1661-РС ҡарары менән «Өфө приборҙар эшләү заводы» тип атала (УПЗ).

Киләһе 10 йыл дауамында предприятиеның цехтары төҙөлә. 1957 йылда инде 16 яңы төр авиация изделиелары етештереү үҙләштерелә, атап әйткәндә, мотор төркөмө күрһәткестәре, электр үлсәү приборҙары һәм тензоаппаратура. 1958 йылда гироскопик автопилоттар күпләп сығарыла башлай.

1959 йылда юғары аныҡлы электрон ҡорамалдар етештереү башлана, 1962 йылда — борт иҫәпләү техникаһы.

Предприятие «Восток», «Восход» космос караптары, «Союз», «Прогресс» транспорт караптары, «Салют» һәм «Мир» орбиталь станциялары төҙөүҙә ҡатнаша.

Авиация техникаһынан тыш, 1967 йылда «Ағиҙел» электр ҡырынғысы етештереү үҙләштерелә.

1969 йылда Өфө приборҙар эшләү заводына В. И. Ленин исеме бирелә, 1976 йылда «Почёт Билдәһе» ордены менән бүләкләнә.

1990-сы йылдар башында шулай уҡ сәнәғәттең башҡа тармаҡтары өсөн продукциялар үҙләштерелә, атап әйткәндә электр энергияһы һәм һыу сығымы иҫәпләгестәр, нефть ятҡылыҡтары технологик ҡорамалдары менән контроль һәм идара итеү системалары һ. б.

2000—2005 йылдарҙа предприятие ПУТ-3 двигателдәренең тартыу көсө менән идара итеү пульты, Ил-96 самолеты өсөн иҫәпләү блоктары, БИНС-85 системаһы лазерлы гироскоп өсөн юғары вольтлы СВ-3 стабилизаторы һ. б. етештереүҙе үҙләштерә.

2007 йылда, оҙайлы туҡтап торғандан һуң, предприятие С. П. Королев исемендәге «Энергия» ракета-йыһан корпорацияһы өсөн бер нисә мөһим приборҙарҙы эшләүҙе тергеҙә.

Шулай уҡ предприятиела нефть газ ҡорамалдары, мәҫәлән, аҡма двигатель менән пневматик күсергес етештереү үҙләштерелә.

2008 йылда Рәсәй Федерацияһы Президенты Указы менән берекмә «Ростех» дәүләт корпорацияһы составына индерелә, ««Радиоэлектроника технологиялары» концерны» акционерҙар йәмғиәте составына инә.

Етештергән әйберҙәре

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
  • Автопилоттар;
  • САУ автоматик идара итеү системалары;
  • САУ, ЭДСУ өсөн БВУУ, БВУТ, БВУП, ВЦ-2 борт иҫәпләү ҡоролмалары;
  • Борт иҫәпләү системалары өсөн БЦВМ-90 модулдәре.

Өфө приборҙар эшләү производство берекмәһенең етештергән әйберҙәрен ҡулланыусылар булып Рәсәй һәм БДБ илдәренең авиация заводтары һәм авиация-техник базалары тора.