Элисон Уильямсон

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
(Уильямсон Элисон битенән йүнәлтелде)

Эссэлэмэгэлэйкум уэ рэхмэтуллаhу уэ бэрэкэтуhy Кэзерле мухэрирзэр Элисон Джейн Уильямс (ингл. Alison Williamson) - 1992 - 2012 йылдарҙа алты Олимпия уйындарында ҡатнашҡан Британия уҡсыһы . Ул 2004 йылғы йәйге Олимпия уйындарында бронза призеры. Был уңыш Британия уҡсылары өсөн 96 йыл эсендә беренсе була. Уильямс йәйәнән атыу буйынса донъя чемпионатында ике миҙал яулай һәм 2010 йылда Берҙәмлек Уйындарында Англияны яҡлай, унда ул ике көмөш миҙал яулауға өлгәшә.

Уильямс 2012 йылда Британия империяһы орденының кавалеры була. Ул карьераһының тамамланыуын 2014-се йылда иғлан итә.

Биография[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Элисон Уильямс 1971 йылдың 3 ноябрендә Мелтон Моубрейда тыуған. Ата-анаһы ярҙамы менән ул ете йәшендә үк атыү менән таныша. Был төр менән атаһы ҙә, әсәй ҙә шөғөлләнгәндәр. 2012 йылға уның атаһы Британия йәйәнән атыусылары менән идара итеү советы президенты була, әсәе тренер булып эшләгән.[1] Ун йәшендә, Уильямс 1981 йылғы Олимпия уйындарында көмөш медаль яулаған, һәм ундүрт йәшендә ул үҙенең беренсе халыҡ-ара турнирға үтә.

1996 йылғы йәйге Олимпия уйындарына йәмәғәтселек иғтибарын йәлеп итеү өсөн, Уильямс Милли портрет галереяһында баҫтырып сығарыу өсөн фотосессияла шәрә ҡатнаша[2][3]. 2003-сө йылда ул беренсе тапҡыр Милли Лотерея финанслауын ала, был уға йәйәнән атыуҙы башланғыс кластар уҡытыусыһы булып көнлдөҙге эш менән берләштерергә мөмкинлек бирә.[4] Гранттар уға 2006-сы йылда профессиональ спортсы булырға мөмкинлек бирә[5].

2012 йылдың майында ул Олимпия факелы эстафетаһында ҡатнаша , Шропшир Мах-Венлок ҡалаһы аша (маршруттың унике көнө) факел йөрөтөүсе булып хеҙмәт итә[6]. Киләһе айҙа Уильямс йәйәнән атыу хеҙмәте өсөн Британия Империяһы ордены ағзаһы була. Орденға инеү Королеваның тыуған көнө билдәләп үтеү менән тура килә.

Уильямс Вил Конаганға 2013 йылда кейәүгә сыға.

Шропшир Лонг Минд клубы ағзаһы була[7]. Ул Аризона дәүләт университетын тамамлаған. 2000-се йылда ул Ямайка йөгереүсеһе Мерлин Оттины үҙенең яратҡан спортсыларының береһе тип атай[8].

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  1. London 2012: Archer Alison Williamson equals Games record. 23 июнь 2012 тикшерелгән.
  2. Newman. Naked ambition finally earns reward for Williamson (19 август 2004). Дата обращения: 8 февраль 2020. 2021 йыл 4 август архивланған.
  3. Hubbard. Gold is the target for 'glorified darts' (18 март 2012). Дата обращения: 9 февраль 2020.
  4. Kelso. Alison Williamson takes bronze to hit her Olympic target after 12 years (19 август 2004). Дата обращения: 29 ғинуар 2020.
  5. Knight. Tearful Alison Williamson off target fo Great Britain in the Olympic archery (10 август 2008). Дата обращения: 29 ғинуар 2020.
  6. Olympic torch carried by Afghanistan war veteran.
  7. Olympic archer Alison Williamson plans future as teacher. British Broadcasting Corporation (28 сентябрь 2012). Дата обращения: 8 февраль 2020.
  8. Williamson right on target. British Broadcasting Corporation (26 август 2000). Дата обращения: 15 февраль 2020. 2000 йыл 13 декабрь архивланған.