Эстәлеккә күсергә

Ун алтынсы йылдың октябре

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Ун алтынсы йылдың октябре

Ун алтынсы йылдың октябре ― урыҫ яҙыусыһы Александр Солженицындың романы. Рәсәйҙең Беренсе донъя һуғышына инеүенә арналған «Ун дүртенсе йылдың авгусы» романының дауамы. Йөкмәткеһе буйынса күләмле китап, 75 бүлектән тора, Рәсәй карталары менән тулыландырылған.

«Ун алтынсы йылдың октябре» романы Урыҫ революцияһы сигенә еткән рәсәй йәмғиәте тураһында бәйән итә. Солженицын персонаждар сифатында йәмғиәттең бөтә ҡатламдары вәкилдәрен — һалдат һәм крәҫтиәндәрҙән башлап батша Николай II, батшабикә Александра Федоровнаға саҡлы, шулай уҡ Ленинды һайлай. Тәүге романдан айырмалы рәүештә, был китап ниндәй ҙә булһа конкрет тарихи ваҡиға тирәләй әйләнмәй, уның урынына башлыса геройҙарының көндәлек тормошон һүрәтләй.

Әҙәби әҫәрҙең формаһы ― роман, авторҙың ниәте буйынса, уға иң яҡшыһы эссе йыйылмаһы итеп бөтөн әйберҙе бергә тоташтырыу мөмкинлеген бирергә тейеш булған. Романында Солженицын персонаждары араһында барған оҙон һәм ентекле һөйләшеүҙәр (йышыраҡ диалогтар) урынлаштыра, бының менән ул үҙенең философик һәм сәйәси ҡараштарын еткерә. Бер нисә уйлап сығарған персонаж бик нескә формала йәшертелгән тарихи эшмәкәрҙең образын сағылдыра. Геройҙар араһындағы әңгәмәләрҙә революцияға тиклемге Рәсәй йәмғиәтенең тарҡаулығын аңлатыуҙа мөһим урын биләгән күп мәсьәләләр күтәрелә. Солженицын ул осорҙағы рәсәй сәйәси фекеренең һул/рәсәй либераль тенденцияларын асыҡтан-асыҡ күрә алмай, романда, үҙенең ҡарашы менән бергә, быны нисек күҙаллауын бик тәьҫирле итеп бирә.

Романдағы ваҡиғалар 1916 йылда бара. Немецтарға ҡаршы Урыҫ армияһы Дряговец һәм Голубовщина белорус урмандары районында һуғыша. Хәрби хәрәкәттәр туҡтатылған. Роман геройы, Лаженицын Саня, урыҫтарҙың 1915 йылдың йәйендә немец артиллерияһы уты аҫтында барған сигенеүен хәтерләй. Ул да был ваҡиғаларҙа ҡатнашҡан була. Тылда ла, Мәскәүҙә һәм Петроградта ла һуғыштың мәғәнәһеҙлеген тикшерәләр, хөкүмәткә ҡарата ризаһыҙлыҡ арта. Корпус командирҙары Мрозовский һәм Куропаткин һуғышты уңышһыҙ алып бара, әммә, шуға ҡарамаҫтан, улар хәрби хеҙмәт баҫҡысында үҫешкә лайыҡ була. Полковник Воротынцев, отпускыла булғанлыҡтан,Петроградҡа китә.

Саня бригада руханийы отец Северьянды осрата. Северьян уға ҡаты яраланған һалдат Чевердиндың гонаһлы йәнен таҙартҡаны һәм тәүбәгә килтергәне хаҡында һөйләй. Чевердин иҫке православие ҡанундарын үтәүсе һәм «дәүләт» руханийын ысын изгелеккә эйә булмауҙа ғәйепләй. Лаженицын XVII—XVIII быуаттарҙа «раскольник»тарҙы эҙәрлекләү тарихын хәтеренә төшөрә. А. И. Солженицын фекеренсә, боласылыҡта урыҫ халҡының иң яҡшы өлөшө эҙәрлекләнгән.

Һөйләшеү яйлап ҡына Лев Толстой тәғлимәтенә күсә. Саня тышҡы дини йолаларҙы, хатта тәрене лә инҡар итә! Отец Северьян: «Толстой бөтөнләйгә христиан да түгел, ул ҡартайған көнөндә православиенан бер ҡасан да китмәгән — ул православиелә бөтөнләй булмаған. Толстой — аристократик тәкәбберлеген еңеп сығып, халыҡ дине менән ризалашмаған беҙҙең вольтерьян дворянлыҡтың туранан-тура емеше ул. Йәнәһе, әгәр һеҙҙең менән бергәләп ышанһам, мин ошо ике мең йыллыҡ динегеҙҙе бер юлы үҙгәртәм! Толстой иң тупаҫ протестантлыҡты ҡабатлай, Инжилдың өстән ике өлөшөн алып ташлай, диндән түбәнге бер өлөшөн генә, этиканы, алған — һәм шуның менән ҙурлана. Ә бер ниндәй ҙә дин кәрәкмәгән, толстой тәғлимәтенә төкөрөп тә ҡарамаған юғары йәмғиәт, оппозициялы ялҡын менән уны данлай: ах, бөйөк яҙыусы нисек итеп дәүләт һәм сиркәүҙе ләғнәтләй!»

Солженицын артабанғы бүлектәрҙә XIX—XX быуат сигендәге осорҙа рәсәй власы һәм йәмғиәт араһындағы үҙ-ара мөнәсәбәттәрҙе байҡағанда, Александр II реформаларын, народниктар террорын, Александр III контрреформаларын күҙәтә, нисек итеп Николай II батшалығы башында урыҫ хөкүмәте уртаса үҙгәртеп ҡороу земский проекттарын алмағанын — һәм бының менән үҙенә революцион үлтерештәр һ. б., ҙур бәләне, тартып килтереүен һүрәтләй. Автор шулай уҡ китапта тарихи фигураларҙы ла һүрәтләй[1].

  1. Солженицын А. И. Собрание сочинений в 30 томах. Т. 10.