Эстәлеккә күсергә

Урал аръяғы ЙЭҮ

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Урал аръяғы ЙЭҮ
Изображение
Ил

Рәсәй Федерацияһы Рәсәй Федерацияһы

Урынлашҡан

Рәсәй Федерацияһы Рәсәй Федерацияһы
Башҡортостан Башҡортостан
Сибай Сибай

Статус

ғәмәлдәге

Эксплуатацияға башланған йылы

2004

Төп характеристикалар
Электр ҡеүәте

17,44 МВт (2019)

Йылылыҡ ҡеүәте

28,44 Гкал/сәғ (2019)

Ҡорамалдар характеристикаһы
Төп яғыулыҡ

тәбиғи газ

Ҡаҙанлыҡ агрегаттары

2×Е-50-1,4-250

Турбиналар һаны һәм маркаһы

5×JMS 620 GS-N.LC

Прочая информация
Сайт

https://www.bgkrb.ru/activities/business/151.pl

Картала
Урал аръяғы ЙЭҮ (Рәсәй)
Красная точка
Урал аръяғы ЙЭҮ

Урал аръяғы ЙЭҮБашҡортостан Республикаһы Сибай ҡалаһын электр энергияһы менән тәьмин итеү өсөн төҙөлгән газ поршенлы электр станцияһы.

Берләштерелгән йылылыҡ электр үҙәге станцияһы төҙөлөшө 2002 йылдың 22 декабрендә башлана.

Берләштерелгән йылылыҡ-электр үҙәге 2004 йылдың 5 мартында сафҡа индерелә. Станцияны сафҡа индереүгә арналған митингта сығыш яһап, Башҡортостандың элекке президенты Рәхимов билдәләүенсә, төҙөлгән станция уникаль характеристикаға эйә: электр энергияһын етештереүҙә файҙалы тәьҫир итеү коэффициенты (факторы) яҡынса 43%, ә яғыулыҡты файҙаланыу коэффициенты (нормаһы) — 83,3% тәшкил итә.

Бөгөнгө көндә предприятие йылылыҡ ихтыяждары өсөн эҫе һыуҙа электр һәм йылылыҡ энергияһы менән тәьмин итә, Башҡорт Урал аръяғы өсөн төп электр сығанағы һәм Сибай ҡалаһы өсөн йылылыҡ сығанағы булып тора.

2009-2011 йылдарҙа Урал аръяғы ЙЭҮ-е киңәйтеү һөҙөмтәһендә ҡаҙанлыҡ цехы һәм һыу йылытыу ҡаҙанлығы-утилизаторы менән ҡеүәте 16 МВт булған газ турбинаһы ҡоролмаһын төҙөү иҫәбенә уның айырым подразделениеһы - "Сибай" ГТЭС-ы (газ турбиналы электр станцияһы) барлыҡҡа килә. Газ турбиналы электр станцияһы (ҡуйылған электр ҡеүәте 16 МВт, йылылыҡ ҡеүәте — 95,54 Гкал/сәғ) Сибай ҡалаһын электр энергияһы һәм йылылыҡ менән тәьмин итеүҙе арттырырға һәм Башҡорт Урал аръяғында энергия дефицитын кәметергә мөмкинлек бирә.

2008 һәм 2009 йыл йомғаҡтары буйынса ҡуйылған электр ҡеүәте 24,92 МВт тәшкил итә, ә йылылыҡ ҡеүәте — 22,2 Гкал/сәғ. 2010 йыл йомғаҡтары буйынса станцияның ҡеүәте ике тапҡырға кәмей: электр ҡеүәте 12,46 МВт, йылылыҡ ҡеүәте 11,11 Гкал/сәғ тиклем.[1]

2011 йылдың 12 октябренә станцияның ҡеүәте үҙгәрмәгән[2]. 2010 йылда Урал аръяғы ЙЭҮ-е 67,4 млн кВт·сәғ электр энергияһы етештерә, был Башҡортостан Республикаһында етештерелгән электр энергияһының 0,3 процентын тәшкил итә[3]. 2010 йылда билдәләнгән электр ҡеүәтен файҙаланыу коэффициенты 35,3 % тәшкил итә. Шул уҡ йылда йылылыҡ энергияһын бүлеү 109 мең Гкал тәшкил иткән[1]

  1. 1,0 1,1 Годовой отчет ОАО «Башкирэнерго» за 2010 год. Дата обращения: 1 март 2012. Архивировано 11 октябрь 2012 года.
  2. Ҡалып:Архивировано
  3. Схема и программа развития электроэнергетики Республики Башкортастан нa 2012—2017 годы