Урыҫ журналистарының туғандар ҡәберлеге
Урыҫ журналистарының туғандар ҡәберлеге | |
Дәүләт |
Украина Австро-Венгрия |
---|---|
Административ-территориаль берәмек | Львов |
Урын | Лычаков зыяраты[d] |
Архитектура стиле | архитектура модерна[d] |
Бейеклеге/буйы | 3 метр |
Урыҫ журналистарының туғандар ҡәберлеге Викимилектә |
Урыҫ журналистарының туғандар ҡәберлеге (башҡа исемдәре: Урыҫ журналистары һәйкәле, Урыҫ журналистары мемориалы, Осип Андреевич Мончаловский кәшәнәһе) — иң билдәле[1] Галиция-урыҫ яҙыусылары һәм журналистарына мемориаль һәйкәл, Львов ҡалаһында Лычаковский зыяратында урынлашҡан. Кәшәнә Галиция-урыҫ йәмәғәт эшмәкәре Осип Мончаловскийҙың кәшәнәһенә 1908 йылдан башлап яңы ҡәберҙәр өҫтәп төҙөлгән. Бөгөнгө көндә һуңғы кеше 1979 йылда ерләнгән, ә бөтәһе мемориалда 14 Галиция-урыҫ йәмәғәт эшмәкәренең кәүҙәһе ята.
Төҙөлөү тарихы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]1906 йылда Галиция-урыҫ сәйәси һәм йәмәғәт эшмәкәре Осип Мончаловский вафат булғандан һуң, уға Лычаковский зыяратында кәшәнә ҡорола, ул ошо кәшәнәлә ерләнә.
Артабан был кәшәнә башҡа Галиция-урыҫ яҙыусылары һәм журналистарын ерләү өсөн файҙаланыла башлай. 1908 йылда бында Богдан Дедицкий, 1909 йылда Владимир Луцык, 1911 йылда Иван Процык, 1913 йылда Орест Авыковский, 1914 йылда Иван Пелех, ә 1916 йылда Клавдия Алексевич ерләнә.
1930-сы йылдарҙа кәшәнәлә тағы ла бер нисә ҡәбер барлыҡҡа килә. 1933 йылда бында Григорий Мальцтың, 1935 йылда Борис Лелявскийҙың, ә 1935 йылда — Мариан Глушкевичтың кәүҙәләре тыныслыҡ таба.
Кәшәнәлә һуңғы ҡәбер 1960-сы — 1970-се йылдарҙа ҡаҙыла: 1965 йылда бында Семен Бендасюк, 1970 йылда Василий Ваврик, 1971 йылда Роман Мирович, ә 1979 йылда Всеволод Труш ерләнә.
Ерләнгән шәхестәр исемлеге
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Туғандар ҡәберлегендә ерләнгән урыҫ журналистары:
- Мончаловский, Осип Андреевич
- Дедицкий, Богдан Андреевич
- Луцык, Владимир Федорович
- Процык, Иван Ильич
- Авдыковский, Орест Арсеньевич
- Пелех, Иван Никитич
- Лелявский, Борис Николаевич
- Алексевич, Клавдия Ивановна
- Малец, Григорий Семенович
- Глушкевич, Мариан Феофилович
- Бендасюк Семен Юрьевич
- Ваврик, Василий Романович
- Мирович, Роман Денисович
- Труш, Всеволод Владимирович
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Замятин Игорь.. Во Львове помянули жертвы Талергофа. Православные львовяне во главе с Архиепископом Августином молились у обелиска погибшим русофилам Галиции (рус.), Русская линия (8 май 2008). 11 октябрь 2012 тикшерелгән.
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ Замятин Игорь.. Во Львове помянули жертвы Талергофа. Православные львовяне во главе с Архиепископом Августином молились у обелиска погибшим русофилам Галиции (рус.), Русская линия (8 май 2008). 11 октябрь 2012 тикшерелгән.