Эстәлеккә күсергә

Успение ҡорамы (Аҡсай)

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Успение ҡорамы
Нигеҙләү датаһы 1822
Рәсем
Дәүләт  Рәсәй
Административ-территориаль берәмек Аксай[d]
Епархия Ростовская-на-Дону епархия[d]
Архитектура стиле Классицизм
Мираҫ статусы Төбәк әһәмиәтендәге Рәсәй мәҙәни мираҫ объекты[d]
Карта
 Успение ҡорамы Викимилектә

Успение ғибәҙәтханаһыРостов өлкәһенең Аҡсай ҡалаһындағы Рус православие сиркәүе. Мәскәү Патриархатының Новочеркасск һәм Ростов епархияһына ҡарай.

Аҡсай станицаһында ғибәҙәтхана төҙөү халыҡтың артыуы һәм казак ғәскәренең үҙ ғибәҙәтханаһын булдырыу ихтыяждары менән бәйле.

Изге Успение ҡорамын төҙөү 1822 йылдың 15 сентябрендә башлана. Сиркәүҙе архитектор Абросимов проекты буйынса сауҙагәрҙәр аҡсаһына төҙөйҙәр. Төҙөлөш өс йыл дауам итә, һәм шәхси иғәнәләргә йыйылған 135 000 һум аҡса тотонола.

Ғибәҙәтхана билдәле архитектор М.А. Абросимов проекты буйынса ампир стилендә төҙөлә. Сиркәүҙе изгеләндереү йолалары 1825 йылда үтә.

Сиркәүҙең дөйөм күләме 38х16 метр тәшкил итә, өҫкө кәрнизенең бейеклеге — 10 метр. 1842 йылда Новочеркасск казагы Григорий Пудавов таш фундаментта ғибәҙәтхананың тимер кәртәләрен эшләй.

Успение сиркәүенең иконостасын 1837 йылда Мәскәүҙән Яков Шер эшләй. Иконостас 17х5 м ҙурлыҡта була. 1837 йылда иҫке иконостасты яңыһы менән алмаштыралар. Сиркәү интерьеры майлы буяуҙар менән биҙәлгән, биҙәктәрҙең сюжеты Иҫке һәм Яңы Ғәһедтән алынған. 1892 йылда сиркәү-мәхәллә мәктәбе асыла.

Изге Успение ҡорамы XX быуат башында.
Изге Успение ҡорамы һыҙымы Аксай. XX быуат башы

Ғибәҙәтхана 22 метр бейеклектәге өс ҡатлы манараға эйә.

Сиркәүгә ике ҡатлы таш йорт беркетелгән. Был йортта сиркәү-мәхәллә мәктәбе урынлаша. Чапаев урамындағы был бина һаҡланған. 1930 йылда бында ике тапҡыр Советтар Союзы Геройы Николай Дмитриевич Гулаев уҡыған. Әлеге ваҡытта бында балалар ижады йорто урынлашҡан. Сиркәү янында кәшәнә-сиркәү булған

1930 йылдарҙа сиркәү ябыла. Бөйөк Ватан һуғышынан һуң сиркәү бинаһы «Сельхозтехника» ремонт заводына тапшырыла. Әммә эске интерьерының өлөшө беҙҙең көндәргә тиклем һаҡланған. 1995 йылда сиркәүҙең икенсе ҡаты диндарҙарға кире ҡайтарыла.

1995 йылдың 28 авгусында Изге Богородицаның Успение байрамына реконструкцияланған ғибәҙәтханала ғибәҙәттәр башлана. Реставрация эштәре лә тап ошо йылда башлана. Ростов дәүләт төҙөлөш университетының студенты Р.Рязанов сиркәүҙе тергеҙеү буйынса проект өҫтөндә эшләй башлай. 1998 йылдың йәйендә студент отрдятары үҙәк көмбәҙҙең барабанын төҙөү буйынса эштәр алып бара. 1999 йылға көмбәҙ тергеҙелә.

2000 йылда манараһы реставрациялана һәм реконструкциялана. 2001 йылда көмбәҙ һәм тәре урынлаштырыла[1][2].

1871 йылдан 1910 йылға тиклем алты аҡсай епискобы хеҙмәт итә. 1924 йылда 10 епископ була. Улар араһында Августин, Флориан, Иоанн Протопопов, Модест, Митрофан гринев һәм башҡалар. Билдәле сиркәү әһелдәре Никанор һәм епископ Захария (Лобов). Дин таратыусы Захария Лобов һәм Николай Попов ғазаплы үлем ҡабул итә[3]. Рус православие сиркәүенең Архиерей соборы ҡарары менән улар ҡанунлаштырыла.

  • 1851 йылғы иҫәп буйынса сиркәүҙә уртаһына 356 яхонт һәм 89 зөбәржәт һибелгән алтын менән ялатылған 1815 йылғы Инжил китабы була.
  • «Иоанн Предтечаны башһыҙландырыу» иконаһы
  1. Аксай|Церковь Успения Пресвятой Богородицы. sobory.ru. Дата обращения: 10 ғинуар 2017.
  2. ИСТОРИЯ СВЯТО-УСПЕНСКОГО ХРАМА. Дата обращения: 10 ғинуар 2017.
  3. Попов Николай Священномученик 2014 йыл 23 декабрь архивланған.
  • В. Гладченко «Свято-успенский храм с золотыми куполами» // Победа; 2004г № 130—132.