Диңгеҙ моллюскыһы (хикәйә)

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
(Устрицы (рассказ) битенән йүнәлтелде)
Диңгеҙ моллюскаһы
Жанр

хикәйә

Автор

Антон Павлович Чехов

Төп нөхсә теле

урыҫ

Ижат ителгән ваҡыты

1884

Тәүге тапғып нәшер ителгән

1884 йылдың 16 декабрендә

Диңгеҙ моллюскаһы — Антон Чехов хикәйәһе, 1884 йылда яҙылған. Тәүге тапҡыр хикәйә Будильник журналының 486-сы һанында 1884 йылдың 16 декабрендә А. Чехонте ҡултамғаһы аҫтында «ҡаралама, һыҙма» тип баҫыла.

Тарихы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

«Диңгеҙ моллюскаһын» А. П. Чехов 1884 йылда яҙа. Тәүге тапҡыр хикәйә « Будильник» журналының 486-сы һанында 1884 йылдың 16 декабрендә баҫыла.

Хикәйә бер ниндәй үҙгәртеүһеҙ Чеховтың Пестрые рассказы йыйынтығына Санкт-Петербургта (1886) индерелә, әҙ генә үҙгәртелгән версияһы 1892—1899 йылдарҙа сыҡҡан артабанғы ун өс йыйылма баҫмаларында сыға. Хикәйә рус яҙыусыларының йыйынтыҡ әҫәрҙәре менән бергә 1895 йылда баҫыла, һуңғараҡ А. П. Чехов әҫәрҙәренең йыйынтығындағы өсөнсө томында тағы ла баҫтырыла.

1886 йылдың 18 ғинуарында В. Билибинға «Диңгеҙ моллюскаһы» хикәйәһен «Пестрые рассказы» йыйынтығына ебәргән саҡта, Чехов үҙенең был хикәйә яҙғандағы бурысы - бары тик медицина һөнәре күҙлегенән сығып бик арып-талып йонсоған кешенең физик һәм йән торошон һүрәтләү тип атай. Чехов: «Транспортҡа инмәй ҡалған бер хикәйәне Һеҙгә ебәрәм… Дөйөм массаға уны ҡушып ебәрегеҙ…Әгәр теләгегеҙ булһа, уҡып ҡарағыҙ: был хикәйәне мин медик булараҡ яҙып ҡараным,»[1]-тип яҙа.

Чехов тере саҡта хикәйә болгар, венгр, немец, поляк, румын, серб-хорват, словак, фин, чех һәм швед телдәренә тәржемә ителә.

Сюжет[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Бәләкәй генә уллы атай кеше отель янында үтеп барыусыларҙан аҡса теләнселәргә туҡтала. Аслыҡтан һаташа башлаған хәйерсе бала таверналағы кешеләрҙең ҡот осҡос шаяртыуының ҡорбаны була, сөнки ул диңгеҙ моллюскаһының нимә икәнен белмәйенсә, уның ҡабырсағын ашай.

Әҙәбиәт[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Чехов А. П. Устрицы // Чехов А. П. Полное собрание сочинений и писем: В 30 т. Сочинения: В 18 т. / АН СССР. Ин-т мировой лит. им. А. М. Горького. — М.: Наука, 1974—1982.

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Һылтанмалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Устрицы. Оригинальный русский текст
  • Устрицы. 1908 и 1922 перевод на английский язык