Ушгули

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Перейти к навигации Перейти к поиску
Ушгули
Рәсем
Дәүләт Flag of Georgia.svg Грузия
Тәбиғи-географик объекты сиктәрендә урынлашҡан Сванетия
Commons-logo.svg Ушгули Викимилектә

Чажаша ауылы күренеше

Ушгули (груз. უშგული) — Грузия Республикаһы Самегрело-Земо Сванети провинцияһының Местийский районындағы свандар общинаһы. Ул дүрт ауылдан тора: Жибиани, Чвибиани, Чажаши һәм Муркмели.[1]

Диңгеҙ кимәленән 2200 метрға юғарыраҡ урынлашҡанға күрә, Европаның ҡайһы бер билдәләмәләре буйынса Ушгули ауылы — Европала кешеләре даими рәүештә йәшәгән иң юғары тау тораҡ пункты.

Ушгулила яҡынса 70 ғаилә (200 кеше) йәшәй, балалар белем алһын өсөн мәктәбе бар. Йылдың 6 айында ауылдың тирә яғы ҡар аҫтында ҡалғанлыҡтан, ҡыш көндәрендә район үҙәге Местиаға юл йыш ҡына ҡапланған була.

Ушгули архитектура ансамблде — Грузия территорияһындағы ҡиммәтле архитектура-тарихи ҡомартҡыһы, шуға ла Үрге Сванетия ЮНЕСКО-ның бөтә донъя мираҫы исемлегенә индерелгән. Ауылда урындағы халыҡ свандарҙың традицион өй-башняларында йәшәй. Жибиани ауылы янындағы убала XI быуатта төҙөлгән Богоматерь сиркәүе (сванса Ламария) урынлашҡан.

Шулай уҡ ҡара[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • Сванетияның тоҙо (фильм)

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]