Фазлетдинов Игорь Роберт улы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Фазлетдинов Игорь Роберт улы
Зат ир-ат
Тыуған көнө 18 сентябрь 1967({{padleft:1967|4|0}}-{{padleft:9|2|0}}-{{padleft:18|2|0}}) (56 йәш)

Фазлетдинов Игорь Роберт улы (18 сентябрь 1967 йыл) — Рәсәй хәрби начальнигы. Рәсәй Федерацияһы Стратегик тәғәйенләнештәге ракета ғәскәрҙәре командующийының беренсе урынбаҫары — штаб начальнигы, генерал-лейтенант. Хәрби фәндәр кандидаты[1].

Биографияһы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Игорь Роберт улы Фазлетдинов 1967 йылдың 18 сентябрендә Белорус ССР-ы Лида ҡалаһында тыуған. Бында 6-сы һанлы урта мәктәпте тамамлай. Бер аҙ Лида ракета дивизияһында хеҙмәт итә. Атаһы Роберт Сәләхетдин улы 1963 йылда Башҡортостандан хәрби хеҙмәткә саҡырыла һәм Лида ракета дивизияһында прапорщик булып хеҙмәт итә[1].

1989 йылда — Сепухов юғары команда-инженер училищеһын, 2003 йылда — Бөйөк Пётр исемендәге Стратегик тәғәйенләнештәге ракета ғәскәрҙәре академияһын, 2007 йылда Рәсәй Федерацияһы Ҡораллы көстәре Генераль штабының Хәрби академияһын тамамлай.

Мәктәпте тамамлағандан һуң, Серпухов юғары команда-инженер училищеһына уҡырға инә. 1984—1989 йылдарҙа — Серпухов юғары команда-инженер училищеһы курсанты.

1989—1992 йылдарҙа Игорь Роберт улы Лида ракета дивизияһында хеҙмәт итә. Һуңыраҡ Лиданан Пружаныға күскән. Тиҙҙән ракета ғәскәрҙәре Белоруссиянан Рәсәйгә сығарыла башлай.

1992—2001 йылдарҙа төрлө вазифаларҙа Рәсәйҙең төрлө мөйөштәрендә хеҙмәт итә, һәм бөтә ерҙә лә юғары профессионализм һәм эшкә яуаплы мөнәсәбәт менән айырылып тора. Орел-Берлин Ҡыҙыл Байраҡ Ленин ордены 23-сө ракета дивизияһының 55-се гвардия ракета полкы командиры (Красноярск крайы, Канск ҡалаһы, 02858-се хәрби часы) командиры була.[2][2]

2001—2003 йылдарҙа Бөйөк Пётр исемендәге Стратегик тәғәйенләнештәге ракета ғәскәрҙәре академияһында белем ала.

2003—2005 йылдарҙа 27-се гвардия ракета армияһы 54-се гвардия ракета дивизияһы командиры урынбаҫары (Тейково ҡалаһы).

2005—2007 йылдарҙа Рәсәй Федерацияһы Ҡораллы көстәре Генераль штабының Хәрби академияһының милли именлек һәм дәүләт оборонаһы факультетында белем ала.

2007—2010 йылдарҙа 27-се гвардия ракета армияһы 54-се гвардия ракета дивизияһы командиры (Тейково ҡалаһы).

Тышҡы рәсемдәр
54-се гвардия ракета дивизияһы командиры полковник Игорь Фазлетдинов

Полковник И. Р. Фазлетдинов махсус ракета дивизияһы командованиеһын ҡабул итә. 2006 йылдың декабрендә хәрби дежурға яңы күсмә ер аҫты «Тополь-М» ракета комплексы менән ҡоралланған беренсе полк ҡайтарыла. Дивизия командиры етәкселегендә яңы ҡоралланыу системаларын һәм агрегаттарын файҙаланыу мәсьәләләрен, хәрби дежурлыҡ алып барыу өсөн дежур сменалар әҙерләү үҙенсәлектәрен тәрәнәйтеү буйынса саралар уҙғарыла.[3]

Тышҡы рәсемдәр
27-се гвардия ракета армияһы командующийы генерал-майор И. Р. Фазлетдинов

2010—2016 йылдарҙа — 27-се гвардия ракета армияһы командующийының беренсе урынбаҫары, штаб начальнигы (Владимир ҡалаһы).

2012 йылда генерал-майор хәрби дәрәжәһен ала.[4]

2016—2019 йылдарҙа — 27-се гвардия ракета армияһы командующийы (Владимир ҡалаһы).[5][6]

2018 йылда генерал-лейтенант хәрби дәрәжәһен ала.[7]

2019 йылдан Рәсәй Федерацияһы Стратегик тәғәйенләнештәге ракета ғәскәрҙәре командующийының беренсе урынбаҫары — штаб начальнигы[8].

Тышҡы рәсемдәр
Начальник штаба - первый заместитель командующего Ракетными войсками стратегического назначения РФ Генерал-лейтенант Фазлетдинов Игорь Робертович

Ғаиләһе[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Атаһы — Фазлетдинов Роберт Сәләхетдин улы — хәрби хеҙмәткәр. 1963 йылда Башҡортостандан хәрби хеҙмәткә саҡырыла. Лида ракета дивизияһында прапорщик булып хеҙмәт итә.[1]

Әсәһе — Фазлетдинова Анна Ивановна[1].

Ҡатыны — Валентина (никахта — 1988 йылдан).

Балалары — өлкән улы Алексей юридик белем ала, уртансы улы Илья хәрби хеҙмәткәр була, бәләкәй ҡыҙы Ксения әлегә мәктәп уҡыусыһы.[1]

Наградалары[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Хәрби хеҙмәттәре өсөн ордены[9]
  • 2-се дәрәжә Ватан алдындағы хеҙмәттәре өсөн ордены миҙалы[9]
  • 2-се дәрәжә «Хәрби батырлыҡы өсөн» миҙалы[9]
  • «Хәрби берҙәмлекте нығытыу өсөн» миҙалы[9]

Төп ғилми эштәре[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

И.Р.Фазлетдинов УНИКАЛЬНЫЙ ЖИЗНЕННЫЙ ПУТЬ РАКЕТЧИКА (К 90-ЛЕТИЮ СО ДНЯ РОЖДЕНИЯ ГЕНЕРАЛА АРМИИ Ю.А. ЯШИНА) (русский) // Военная мысль №3 март 2020 года. — 2020 год.[1]

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  1. 1,0 1,1 1,2 1,3 1,4 Командующий Владимирской ракетной армией родом из Лиды. lidanews.by. Дата обращения: 3 август 2021.
  2. 2,0 2,1 Справочник РВСН. rvsn.info. Дата обращения: 3 август 2021.
  3. Кто есть кто в РВСН. ФАЗЛЕТДИНОВ Игорь Робертович. rvsn.ruzhany.info. Дата обращения: 3 август 2021.
  4. Указ Президента Российской Федерации от 13.12.2012 № 1641 - Сейчас.ру. www.lawmix.ru. Дата обращения: 3 август 2021.
  5. У нашей Армии звучная фамилия. www.tv-mig.ru. Дата обращения: 3 август 2021. 2021 йыл 3 август архивланған.
  6. День рождения ракетной армии. vedom.ru. Дата обращения: 3 август 2021.
  7. Указ Президента Российской Федерации от 12.12.2018 г. № 709. Президент России. Дата обращения: 3 август 2021.
  8. Егор Левин. Глава штаба РВСН России рассказал о предназначении ракеты «Ярс». Телеканал «Звезда» (17 декабрь 2019). Дата обращения: 3 август 2021.
  9. 9,0 9,1 9,2 9,3 http://lidanews.by/images/2017/12/генерал.jpg