Фазыл Искәндәр исемендәге Рус дәүләт драма театры
Фазыл Искәндәр исемендәге Рус дәүләт драма театры | |
Нигеҙләү датаһы | 1981 |
---|---|
Урын | Сухум |
Рәсми сайт | rusdram.org |
Ф. А. Искәндәр исемендәге Рус дәүләт драма театры («РУСДРАМ»)[1] — Сухум ҡалаһындағы драма театры (Абхазия республикаһы).
Тарихы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]1981 йылда Сухум Рус дәүләт йәш тамашасылар театры булараҡ асыла[2]. 1990 йылда Абхазия Республикаһының Рус драма театры итеп үҙгәртелә.
Грузин-абхаз низағы осоронда театр бинаһы ғына түгел, труппа ла юғалтыла. 2000 һәм 2007 йылдарҙа эшләгән ике театр студияһынан һуғыштан һуңғы быуын актёрҙары туплана: Джамбул Жордания, Михаил Герасименко, Ромео Курмазия, Артур Гургенянин, Дмитрий Щукин, Депелян Рубен Андрей Карпов, Денис Саратников, Спафопуло Серафим, Анна Гюрегян, Марина Скворцов, Наталья Папаскири, Анастасия Цыганова, Алина Пшеничная һәм Марина Сичинава.
2009—2014 йылдарҙа Абхазия Хөкүмәте театр бинаһына капиталь ремонт эшләй ҡайтанан йыһазландыра. 2014 йылдың 16 декабрендә Жан Батист Мольерҙың «Тартюф» пьесаһы менән театр яңынан асыла[3].
2016 йылдың 24 майында театрҙа ойоштороу йәһәтенән һәм кадрҙар буйынса үҙгәрештәр кисерелә, сөнки театрҙың эш һөҙөмтәлелеген күтәрергә, уның яңы үҫеш этабына күсергә кәрәк була. «Рус дәүләт драма театры» дәүләт учреждениеһының яъы уставы ҡабул ителә, ә яңы булдырылған Генераль директор вазифаһына дәүләт эшмәкәре, дипломат, сәйәси фәндәр кандидаты Ираклий Хинтба тәғәйенләнә[4].
Театрҙа реформа әүҙем башлана. Генераль директор эшмәкәрлекте ҡырҡа әүҙемләштереү, уны даимилаштырыу, һаны йыл һайын премьералар һанын 4-5-кә еткереү, спектаклдәрҙең художество кимәлен күтәреү бурысы ҡуя. Ираклий Хинтба репертуарҙы тамырынан үҙгәрткән һәм художество сәйәсәте палитраһын киңәйткән хәлдә лә, театрҙың яҡшы традицияларын һаҡлауға баҫым яһай. Ребрендинг һөҙөмтәһендә яңы фирма стиле эшләнә һәм театрҙың ҡыҫҡартылған атамаһы — РУСДРАМ — индерелә. Рәсәйҙең ҙур театраль юғары уҡыу йорттары — ГИТИС һәм Щукин имесендәге Тетар институты, Вахтангов исемендәге, башҡа театрҙар менән бәйләнештәр яйға һалына. 2016—2017 йылдарҙа спектаклдәр ҡуйыуға Рәсәйҙән режиссёр-ҡуйыусылар саҡырыла. 2017 йылда штатлы һәм саҡырылған режиссёрҙар планлаштырылған биш премьераны ҡуя[5].
2016 йылдың 28 декабрендә Абхазия Мәҙәниәт министрлығы Русдрамды «Йыл үҫеше» тип билдәләй. «Театрҙың бындай тиҙ үҫешенең сәбәбе — етәкселектең аңлайышлы концепцияһы булыуы, репертуар сәйәсәтенең аныҡ формалаштырылыуы һәм һәр яңылыҡҡа һиҙгерлек һөҙөмтәһе», — ти мәҙәниәт министры Эльвира Арсалия[6].
2017 йылдың 6 мартында театрға бөйөк рус һәм абхаз яҙыусыһы Фазыл Искәндәр исеме бирелә[7].
Репертуары
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Театрҙың яңыртылған репертуарында түбәндәге спектаклдәр бар[8]:
Ж.-Б. Мольер, «Тартюф» (Мераб Читанава ҡуйыуында);
Эдуардо де Филиппо, «Рождество в доме Купьелло» (Андрей Тимошенко ҡуйыуында);
Антоний Погорельский, «Черная курица, или Подземные жители» әкиәте (Анастас Кичик (Рәсәй) ҡуйыуында);
Александр Володин, «Пять вечеров» (Антон Киселюса ҡуйыуында);
Кен Людвиг, «Примадонна» (Сергей Ефремов (Рәсәй);
Дмитрий Астарханцев, «Братец Кролик & Братец Лис» (Анастас Кичик);
Фазыл Искәндәр, «Широколобый» (Искәндәр Сакаев (Рәсәй);
Артур Миллер, «Все мои сыновья» (Антон Киселюс (Эстония);
Николай Гоголь, «Ревизор» (Тимошенко Андрей (Рәсәй);
Федор Достоевский, «Игрок» (Антон Киселюс (Эстония);
Рэй Куни, «Клинический случай» (Сергей Ефремов (Рәсәй);
Карло Гольдони, «Кьоджинские перепалки» (Александр Коручекова (Рәсәй).
Театр етәкселеге
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Тетар коллективының художество етәксеһе булып М. Мархолиа, Г. Николаев, Д. Кортава, А. Кове, Н. Балаева[9] эшләй.
Театрҙың генераль директоры — Хинтба Ираклий[10].
Генераль директорҙың беренсе урынбаҫары — Балаева Нина[11].
Генераль директор урынбаҫары — Джопуа ДенисӨҙөмтә хатаһы: <ref>
асыу тамғаһы дөрөҫ түгел йәки мәғәнәһеҙ исем йөрөтә..
Баш рәссам — Кацба ВиталийӨҙөмтә хатаһы: <ref>
асыу тамғаһы дөрөҫ түгел йәки мәғәнәһеҙ исем йөрөтә..
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ Государственный русский театр драмы имени Ф.А. Искандера . rusdram.org. Дата обращения: 9 май 2017.
- ↑ После проведения капитального ремонта и реконструкции Государственный русский театр драмы открыл свой театральный сезон. Дата обращения: 3 июль 2016.
- ↑ В Сухуме открывается после ремонта Русский театр драмы . Дата обращения: 3 июль 2016. 2017 йыл 19 апрель архивланған.
- ↑ Ираклий Хинтба назначен директором Государственного русского театра драмы 2017 йыл 1 март архивланған. (неопр.). mkra.org. Проверено 9 мая 2017.
- ↑ Государственный русский театр драмы имени Ф. А. Искандера 2017 йыл 8 май архивланған. (неопр.). rusdram.org. Проверено 9 мая 2017.
- ↑ Sputnik. Минкультуры Абхазии назвало РУСДРАМ прорывом года (рус.). sputnik-abkhazia.ru. Проверено 9 мая 2017.
- ↑ РУСДРАМу присвоено имя Фазиля Искандера . Спутник-Абхазия (6 март 2017).
- ↑ Спектакли | Театр Искандера — РУСДРАМ 2018 йыл 13 ноябрь архивланған. (рус.). rusdram.org. Проверено 13 ноября 2018.
- ↑ Художественный руководитель Государственного русского театра драмы Нина Балаева удостоена почётного звания «Заслуженный работник культуры Республики Абхазия» . Дата обращения: 3 июль 2016.
- ↑ Ираклий Хинтба . rusdram.org. Дата обращения: 9 май 2017. 2017 йыл 16 май архивланған.
- ↑ Нина Балаева . rusdram.org. Дата обращения: 9 май 2017. 2017 йыл 16 май архивланған.
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Русский театр драмы Республики Абхазия . Министерство культуры Республики Абхазия. Дата обращения: 3 июль 2016. 2016 йыл 10 август архивланған.
- Официальная страница Государственного русского театра драмы (рус.) в социальной сети Facebook