Эстәлеккә күсергә

Сапҡын факелы (роман)

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
(Факел гонца (роман) битенән йүнәлтелде)
Сапҡын факелы
Жанр

роман

Автор

Владимир Алексеевич Потапов

Төп нөхсә теле

рус

Ижат ителгән ваҡыты

1990

Тәүге тапғып нәшер ителгән

1990, Ростов китап нәшриәте, 1990

«Сапҡын факелы»  — Дон прозаигы, 1992 йылдан Рәсәй Яҙыусылар союзы ағзаһы Владимир Алексеевич Потапов[1] романы. Автор Дон һәм Азов ярында йәшәгән кешеләрҙең боронғо тарихын, мифтарын, легендаларын, диндәрен яҡшы белеүсе. Тап бына ошо антик донъя сигендә «Сапҡын факелы» романындағы ваҡиғалар һүрәтләнә. Роман Ростов китап нәшриәте тарафынан 1990 йылда сығарылған[2]. Романдың төп геройҙары — Дион, Танаис ҡалаһы грегы һәм уның улы Аполлоний. Улар икеһе лә үҙ ғүмерҙәрен ҡоллоҡҡа ҡаршы көрәшкә арнаған данлыҡлы һәм героик яҙмышлы кешеләр.

Романда һүрәтләнгән ваҡиғаларҙың үҙәгендә — грек Дион, Дон тамағында торған Танаис ҡалаһы кешеһе. Уның атаһы грек, ә әсәһе - дала сибәре. Үҙенең ҡаһарманлығы, аҡыллылығы һәм ғәҙеллеге арҡаһында ул стратег һәм үҙ ҡалаһының архонты (ғәскәр башлығы һәм ҡала менән идара итеүсе) була. Үҙен урап алған донъяны ғәҙеллек ҡанундары буйынса яңыртып төҙөргә, тыуған ҡалаһын Боспор батшалығының хакимлығынан азат итергә хыялланған Дион христиандар ойошмаһына инә һәм ,Христосҡа ышанған кешеләрҙе берләштереп, Боспор батшалығын еңергә өмөтләнә. Был туралағы хәбәр батшаға барып етә, һәм ул христиандар общинаһын юҡ иттерер өсөн Танаисҡа яугирҙәр ебәрә. Дионды алыш аҙағында тоталар, уны тишек «үлем кәмәһенә» ултырталар һәм йылға буйлап ағыҙып ебәрәләр. Күрше сираҡ ҡәбиләһе кешеләре Дионды ҡотҡара. Сираҡтарҙың батшабикәһе һәм юғары жрецы Тамирия Дионды үҙ ҡыҙының тәрбиәсеһе һәм ғәскәр башлығы итеп тәғәйенләй.

Герой үҙ башынан бик күп мажаралар үткәрә. Ул сираҡтарға бик күп тапҡырҙар ярҙам итә. Диондың улы Аполлонийҙы Боспор батшалығына ҡоллоҡҡа алып киткән булалар, шунлыҡтан Дион улын эҙләп китә. Оло йәшендә, ниһайәт, ул пират булып йөрөгән улын осрата, ләкин римлеләргә әсирлеккә төшә. Римлеләр уларҙы ҡоллоҡҡа һатып ебәрә. Дион тиҙҙән тәрелә аҫтырыла, ә уның улына яҙмыш яңы мажаралар өҫтәй. Антоний гладиатор була һәм хатта Пантикапееның баш күтәргән халҡы тарафынан батша итеп тә һайлап ҡуйыла.

Романда ике һөйләүсе бар. Ваҡиғалар башта автор тарафынан, ә артабан Диондың һәм Антонийҙың ғәжәйеп тормошон яҡшы белгән ҡыҙыу Ливиянан сыҡҡан Арависк тарафынан бәйән ителә. Романдағы ваҡиғалар Ахардей ярҙарында (хәҙерге Маныч) ярым күсмә сираҡ халҡы йәшәгән һәм үҙ ваҡытында эллин-ата улын эҙләп киткән урында тамамлана.

  • Край родной: Хрестоматия. Сост. Небратенко В. Б., Яцык В. Д. — М.: «БАО-ПРЕСС»; Ростов н/Д: "Издательство БАРО-ПРЕСС, 2003. — 368 с. ISBN 5-89886-074-6
  • Дон литературный. Писатели России. Шолоховский край. XIX—XXI вв.:справ. изд., Сост. Губанов Г. — Ростов н/Д, 2006. — 512 с. ISBN 5-481-00623-5