Фекерләшеү:Батша ҡыңғырау
Уҡыу көйләүҙәре
Был мәҡәлә тулыһынса йәки өлөшләтә Урыҫ Википедияһындағы «Царь-колокол» мәҡәләһенең төп нөсхәһе нигеҙендә яҙылды. Авторҙар исемлеген төп нөсхә мәҡәләнең төҙәтеүҙәр тарихы битенән ҡарай алаһығыҙ. 21 март 2018 йыл |
- «Ҡыңғырау-батша» булмаймы ни? --Айсар (әңгәмә) 18:22, 14 июнь 2018 (UTC)
- Аныҡ ҡына белмәйем. Царь-пушканы уҡығанда уҡ төрлө формаға ҡуйып-ҡуйып ҡараным да береһенә лә нигеҙ таба алманым. Әле бына русса ҡағиҙәһен эҙләп киттем. Былай ти: "Ряд сложных существительных образуется без соединительной морфемы: ........... в сложениях подчинительного типа: плащ-палатка, пресс-центр, четвертьфинал, Царь-пушка, джаз-ансамбль.... Йәғни подчинительный тигәнен расшифровать итһәк, палатка из плаща, центр прессы, четвертая часть финала, пушка царя, ансамбль джаза була, ә башҡортсаһы плащтан яһалған палатка, матубғат үҙәге, финалдың сиреге (сирек финал тигәне лә дөрөҫ), батша пушкаһы (һәм батша ҡыңғырауы), джаз ансамбле килеп сыға (мин ҙурҙарҙан-ҙур булғанға пушкаларҙың батшаһымы икән тип тә уйлап ҡарағайным әтеү). Матбуғат үҙәгенә, джаз ансамбленә эйәрһәк, батша пушкаһы тип алырға тура килмәйме икән. Ә батша-пушка, батша-ҡыңғырау һәм пушка-батша, ҡыңғырау-батша беҙҙең ҡағиҙәләргә тап килмәй шикелле. Alfiya55 (әңгәмә) 19:10, 14 июнь 2018 (UTC)
- Батша ҡыңғырауы булһа, башҡортсаға оҡшаған.--ZUFAr (әңгәмә) 21:05, 14 июнь 2018 (UTC)
- Батша-ҡыңғырауы булһа, ул БАТШАНЫҠЫ, ә башҡа кешенеке түгел тигәнде, йәғни ПРИНАДЛЕЖНОСТЬ кому или чему тигәнде аңлата бит. Әгәр БАТША-ҠЫҢҒЫРАУ тигәндә дефисте алып ырғытһаҡ, ҡыңғырауҙың башҡа ҡыңғырауҙар араһында БАТША булып торғанын аңлата түгелме? Минеңсә, БАТША ҠЫҢҒЫРАУ тип, дефисһыҙ ғына яҙырға кәрәк, башҡортса килеп сыҡһын һәм төп мәғәнәһе юғалмаһын өсөн, сөнки Батша ҡыңғырау тип яҙһаҡ (дефисһыҙ ғына), был уның иң ҙур, башҡалары араһында оло, мөһим булғанын дәлилләй түгелмени?--Банат Валеева-Яубасарова (әңгәмә) 09:56, 15 июнь 2018 (UTC)
- эйе, ҡыңғырауҙар араһында батша булырға тейеш мәғәнәһе яғынан.--ZUFAr (әңгәмә) 05:41, 15 июнь 2018 (UTC)
- Мин дә килешәм, батша ҡыңғырау, батша пушка — һәйбәт вариант. Alfiya55 (әңгәмә) 06:35, 15 июнь 2018 (UTC)
- Банат ханым, Троице-Сергиева лавраны Троица-Сергиева лавра тиһәк, ярты юлда туҡтап ҡалған кеүек була бит — Троицаһы нач. формаға ҡуйылған, Сергиева шул көйө ҡалған. Минеңсә, йә Троице-Сергиева лавра тип тотош русса ҡалдырырға йә Троица-Сергий лавраһы тип ике һүҙҙе лә башланғыс формаға килтереп алырға кәрәк (Сергий Радонежский исеме ҡушылған). Alfiya55 (әңгәмә) 06:48, 15 июнь 2018 (UTC)
- Әлфиә һылыу!Мин дә аптыраным ул, шунан Троица-Сергиева лавра тип ҡалдырырға булғайным. Һеҙ әйткән Троица-Сергий лавраһы тип алһаң, ысынлап та матур һәм дөрөҫ була тип ризалашам. Афарин, Һеҙ бик матур итеп минең мәҡәләмде төҙәтеп ҡуйғанһығыҙ! Ҙур рәхмәт!!!--Банат Валеева-Яубасарова (әңгәмә) 13:25, 15 июнь 2018 (UTC)
- Банат Валеева-Яубасарова Alfiya55 Батша ҡыңғырау. Батша Ҡыңғырау. Нисек дөрөҫ яҙыла?--ZUFAr (әңгәмә) 05:13, 17 июнь 2018 (UTC)
- ZUFAr, Батша ҡыңғырау булыр ул. Alfiya55 (әңгәмә) 05:27, 17 июнь 2018 (UTC)
- Төҙәтәм.--ZUFAr (әңгәмә) 05:46, 17 июнь 2018 (UTC)