Эстәлеккә күсергә

Фекерләшеү:Башҡортостан Республикаһы «Ағиҙел» башҡорт художестволы кәсептәре дәүләт унитар предприятиеһы

Башҡа телдәрҙә был бит юҡ
Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
  • Единый Государственный Реестр Юридических Лиц

Сведения о юридическом лице

ГОСУДАРСТВЕННОЕ УНИТАРНОЕ ПРЕДПРИЯТИЕ БАШКИРСКИЕ ХУДОЖЕСТВЕННЫЕ ПРОМЫСЛЫ "АГИДЕЛЬ" РЕСПУБЛИКИ БАШКОРТОСТАН.

ЕГРЮЛ-да дөрөҫ атама бирелә. Тәржемә итһәң, былай була:

Башҡортостан Республикаһы "Ағиҙел" башҡорт художестволы кәсептәре дәүләт унитар предприятиеһы (ҡыҫҡа варианты - "Ағиҙел" башҡорт художестволы кәсептәре ДУП).

"Ағиҙел" башҡорт сәнғәт әйберҙәре кәсебе тип кенә ҡалдырһаҡ, хата өҫтөнә хата яһала.

1. Кәсеп тигән хужалыҡ итеү формаһы юҡ, руссаһында хужалыҡ итеү формаһы дәүләт унитар предприятиеһы тип күрһәтелгән, һәм ГУП (башҡортса ДУП) тигән нәмә ана шул була. Уны төшөрөп ҡалдырһаҡ, башһыҙ һыбайлыға әйләнә. Исмаһам, предприятиеһы тип өҫтәү талап ителә.

2. Художественные - сәнғәт әйберҙәре? Аптырағас, машинный фондтан ҡараным: художественный һүҙе сәнғәт тип тәржемә ителеүе мөмкин, әммә әйберҙәр тигән төшөнсәне бер нисек тә өҫтәп булмай, ундай төшөнсә был атамала ЮҠ. Һис юғында СӘНҒӘТ КӘСЕПТӘРЕ тиергә була.

3. ПромыслЫ - күплектә, башҡортса кәсепТӘРе булырға тейеш, кәсебе түгел.

4. Башҡорт энциклопедияһында шулай тиерһегеҙ. Унда: "Ағиҙел" башҡорт сәнғәт әйберҙәре кәсебе, ДУП. Һүтһәң, былай була: "Ағиҙел" башҡорт сәнғәт әйберҙәре кәсебе дәүләт унитар предприятиеһы. Дөйөм алғанда башһыҙ ҡалмаған (ДУП тигәне бар). Шулай итеп, энц-яла 1-се пунктта билдәләгән хата юҡ, әммә 2-се һәм 3-сө пункттарҙа унда ла хата. Энциклопедияла ла хаталар киткеләй шул. Бер генә шигем бар: әллә предприятиеның Уставына атаманың башҡортсаһын да яҙғандар ҙа, шунда хата вариант теркәлдеме икән тим. Уставтарын эҙләштерҙем, тапманым. Alfiya55 (әңгәмә) 16:06, 7 июнь 2017 (UTC)[яуап бирергә]