Эстәлеккә күсергә

Фекерләшеү:Башҡортостан генерациялау компанияһы

Башҡа телдәрҙә был бит юҡ
Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
  • Генерирование менән генерация һүҙҙәре синоним һәм икеһе лә эшләп, сығарыуҙы, етештереүҙе аңлата. Мәғәнәһендә бер аҙ ғына айырма шәйләнә: генерирование тигәнендә эш-ғәмәл мәғәнәһе көслөрәк. Разборҙа былай: генер+ир+ова+ние, генер+ир+ующ+ая, генер+аци+я, йәғни генер тамыр, ҡалғандары аффикс. Генерирлау тиһәк, урыҫта һүҙҙең үҙаллы ҡулланылмай торған өлөшөн алабыҙ һәм башҡорт теленә неграмотный һүҙ индерәбеҙ булып сыға. Генерир тигән һүҙ урыҫта ла, башҡа телдә лә юҡ. Башҡа телдән һүҙҙе улай боҙоп-киҫеп алыу дөрөҫ булмай (генер+лау тигән форма дөрөҫөрәк булыр ине, тик ҡапылда ҡолаҡҡа ятмай). Башҡортсаға күсергәндә һүҙҙең йә тамыры, йә нигеҙе алына, йә тотош һүҙ үҙләштерелә. Беҙҙең ниндәйҙер һүҙлектә лә генерирлау бар, әммә был хата һүҙ. Уны тик генерация тигән (латинда generatio) тулы формала һәм мәғәнәлә генә алыу кәрәк. Эш-ғәмәлде белдереү өсөн -лау ялғауын ҡушабыҙ: генерациялау (генерациялаусы компания, электр энергияһы генерациялау һ.б.). Alfiya55 (әңгәмә) 07:00, 2 март 2018 (UTC) - Темаға тап килә, шуға күсерелде. --Айсар (әңгәмә) 10:38, 3 март 2018 (UTC)[яуап бирергә]
  • Айсар Килешәм. Тәҡдим ителгән вариантта "генерирлаштырыу" тигән вариант торғанға аптыраштан һис юғы "генерирлау" тип яҙғайным) --Гүзәл Ситдиҡова (әңгәмә) 11:57, 3 март 2018 (UTC)[яуап бирергә]