Фекерләшеү:Беларусь Республикаһының Милли банкыһы

Башҡа телдәрҙә был бит юҡ
Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте

Банкыһы түгел, банкы тигән форма индерелде[сығанаҡты үҙгәртеү]

"Башҡортостан" гәзитендә 4-5 йылдар элек телсе ғалимдар һәм журналистар, "түңәрәк ҡор" йыйып, -ск, -нг, -нк-ға бөткән рус һүҙҙәренә ялғау ҡушыу буйынса һөйләшеү үткәргәйне. Унда банкыһы, лозунгылар, отпускыла, митингыға ише осраҡтарҙа ы өнө килеп инеү сәбәбе элек күптәрҙең русса көслө акцент менән һөйләүе, ике тартынҡыны бергә дөрөҫ итеп әйтеү ауыр булыуы менән аңлатылып, хәҙер инде бындай проблеманың юҡҡа сығып барыуы тураһында һүҙ булды. Халыҡ хәҙер русса бик дөрөҫ һөйләшә, банкка, лозунгтар, митингта тип әйтеү уға бер ни тормай. Әммә ҡағиҙәне тиҙ генә үҙгәртеп булмай, шулай ҙа фәнни йәмәғәтселек иғтибарға алып, уны хәл итергә тырышһын, халыҡ та өйрәнә торһон өсөн, банк һүҙен был ҡағиҙәгә буйһондормай ҡуллана башларға ҡарар ителде, уны Терминолоия комиссияһы ла раҫлап бирҙе һәм ул "Башҡортостан" гәзитендә баҫылды. Шуның өсөн мин был һүҙҙе банкыһы тип түгел, ә банкы тип яҙам. Һеҙ элеккесә алырға тәҡдим итәһегеҙме? --Alfiya55 (әңгәмә) 13:11, 28 апрель 2017 (UTC)[яуап бирергә]

Räsmi räweştä qağiđä üđgärgänse, bankıhı tip yađırğa mäjbürbeđ inde. Bında orfografiyanı üđebeđ genä üđgärtergä mataşhaq, "fänni yämäğätselekkä" lä, xalıqqa la tä’śir itä almaśbıđ. Konferenciya waqıtında sığış yahap, yäki Tarix, tel häm äđäbiät institutına möräjäğät yađıp, bıl qağiđäne üđgärthälär, älbittä, bankı tip küserergä käräk bula. Xäđer ihä bankı tigändän bankıhı tigängä yünältmä quyırğa ber ni đä qamasawlamay. (Şäxsi fekerem: bıl ı-nı öśtäw "köslö akcent" menän [genä] tügel, başqort fonotaktikahınıñ qağiđäläre menän dä añlatıla.) --Comp1089 (әңгәмә) 14:15, 28 апрель 2017 (UTC)[яуап бирергә]