Фекерләшеү:Билдә
Уҡыу көйләүҙәре
Был мәҡәлә тулыһынса йәки өлөшләтә Урыҫ Википедияһындағы «Знак» мәҡәләһенең төп нөсхәһе нигеҙендә яҙылды. Авторҙар исемлеген төп нөсхә мәҡәләнең төҙәтеүҙәр тарихы битенән ҡарай алаһығыҙ. 25.12.2018 |
«Тамға» булһа дөрөҫөрәк булмаймы? Русско-башкирский терминологический словарь по языкознанию (Г.Д.Зайнуллина, 2002) семиотика — Тамғалар системаһын өйрәнгән фән.--ZUFAr (әңгәмә) 10:52, 25 декабрь 2018 (UTC)
- ZUFAr. Был турала мин дә баш ваттым. Лексикографик базала икеһен ике вкладкала асып сағыштырҙым. Билдә киңерәк мәғәнәлә йөрөй тигән һығымтаға килдем.
- Тамға - тавро, клеймо, метка; башҡаларҙан айырыу өсөн баҫылған йәки ҡырҡып һалынған шартлы таныҡлыҡ; тамға баҫыу; математик тамғалар; химик эл-рҙың тамғалары; ырыу тамғалары; ҡул тамғаһын һалыу.
- Билдә - 1. Айырып күрһәтеү өсөн ҡуйылған тамға. Билдә ҡуйыу. Билдә һалыу. 2. Шартлы рәүештә бер мәғәнә аңлатҡан тамға. Ҡушыу билдәһе. Һорау билдәһе. Тыныш билдәһе. 3. Ниҙелер ҡылыҡһырлап күрһәткән һыҙат. Аслыҡ билдәһе. Шатлыҡ билдәһе. 4. Уҡыусының белем кимәлен һәм тәртибен күрһәткән баһа. Биш билдәһе. Насар билдә; билдә һалыу - пометить что, сделать пометку на чём; ҡулъяҙмаға билдә ҡуйыу - ставить пометки в рукописи; математик билдәләр - математические знаки; нота билдәләре - нотные знаки; өндәү билдәһе - восклицательный знак; тыныш билдәләре - знаки препинания; тигеҙлек билдәһе - знак равенства; кешелеклелек билдәһе - признак человечности; яҙҙың билдәһе - признак весны; нәҫелдән килгән билдәләр - наследственные признаки; тәрбиәлелек билдәһе - признак воспитанности; дуҫлыҡ билдәһе итеп - в знак дружбы
- Словарь синонимов башкирского языка (З.Г.Ураксин, 2000):
- билдә I
- Словарь синонимов башкирского языка (З.Г.Ураксин, 2000):
билге Берәй эш-хәл, күренеш, кеше һ. б. һәм уларҙың торошо тураһында хәбәр иткән сифат, сигнал. Билдә киңерәк ҡулланылышлы. Һағыныу билдәһе. Ауырыу билдәһе. Быны изге билдә, тиҙәр, шуға ышаныр инем, -- ҡыш уҡ шулай хәбәр итә, йәйен иген уңасаҡ (М. Кәрим).
- билдә II
билге, тамға, ин, инәү, келәймә Башҡаларҙай айырыу өсөн баҫылған йәки ҡырҡып һалынған шартлы таныҡлыҡ. Билдә, билге киңерәк ҡулланылышлы.
- Тағы ла отличие билдәләре, күкрәккә таҡмалы билдәләр, хәрбиҙәрҙең кейемендә айырыу билдәләре бар.
Ошоларҙы сағыштырғас, БИЛДӘ һүҙе тамғанан киңерәк мәғәнәне (һәм тамғаны ла) эсенә алғаны күренә, нығыраҡ абстракт төшөнсә.
- Семиотика өсөн, мәҫәлән, һүҙ - төшөнсәнең билдәһе, сирҙең симптомдары - ауырыу билдәһе һ.б., семиотика фәне бик абстракт тармаҡтарға инеп китә. Ул тексты тәржемә итергә тура килһә, тамға һүҙе бөтөнләй бармаҫ ине, сөнки ул тар һәм конкрет мәғәнәле һүҙ. Alfiya55 (әңгәмә) 11:41, 25 декабрь 2018 (UTC)