Фекерләшеү:Бишитәк

Башҡа телдәрҙә был бит юҡ
Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте

З. ӘЙЛЕ, был мәҡәлә 2014 йылда уҡ Азат Хәлилов тарафынан «Башҡорт Википедияһына — 10 йыл!» конкурсына яҙылған Бешәтәк тигән мәҡәлә менән берләштерелгән. Һинең Башвикиға килгәнеңә хәҙер нисә йыл! Нишләп ошоғаса күрмәнең?! Ниндәйҙер мәҡәләгә төҙәтмә индереү була, ялп итеп АХБ тип килтерә лә ултыртаһың. Тот та үҙең үҙгәрт, өҫтә! Хәлилов хәҙер ҡасандан яҙышҡаны юҡ! Хәҙер уны кем төҙәтергә тейеш тип уйлайһың? Татар викиһында ана, хатта бер һүрәт кенә ҡуйып, мәҡәлә тип иҫәпкә алып яталар. Бер һөйләмде, әлбиттә, АХБ тип алып ташлап та булмай. АХБ-ға ҡуйылған мәҡәләләрҙең күпселеге Башҡорт Википедияһын тулыландырыу ниәтенән, изге ниәттән яҙылған, бының өсөн ирекмәндәр аҡса ла, дан-дәрәжә лә алмаған, үҙҙәренең исем-шәрифтәрен күрһәтеп яҙып, автормын тип күкрәк тә ҡаҡмаған, ә ҡайҙан алғанына һылтанма һалған. Һин БЭ-нан алыу - авторлыҡ хоҡуғын боҙоу тип күптән аңлата ала инең, ә быны эшләмәнең--Guram52 (әңгәмә) 20:25, 5 февраль 2021 (UTC)[яуап бирергә]