Бишитәк
| Бишитәк | |
|---|---|
| Характеристики | |
| Оҙонлоғо | 1,2 км |
| Киңлеге | 0,8 км |
| Бейек нөктәләре | |
| Абсолют бейеклеге | 1271 м |
| Урынлашыуы | |
| 54°30′35″ с. ш. 58°56′43″ в. д.[[Категория:Билдәһеҙ илдәр|]]_type:landmark HGЯO | |
| Ил | |
| РФ субъекты | Башҡортостан |
| Тау системаһы | Урал тауҙары |
Бишитәк һәм Оло Шатаҡ (тау) мәҡәләләрен берләштерергә! |
Фараз буйынса, был мәҡәлә йәки уның бүлеге авторлыҡ хоҡуҡтарын боҙа. |
Бишитәк, Бешәтәк, Биштау, (рус. Большой Шатак) — тау түбәһе, Башҡортостан (Көньяҡ) Уралындағы Баштау һыртының иң юғары нөктәһе.
Белорет районы Исмаҡай ауылынан төньяҡ-көнсығышҡа табан 4,5 км алыҫлыҡта урынлашҡан. Абсолют бейеклеге 1271 м, оҙонлоғо яҡынса 1,2 км, киңлеге 0,8 км.
Рельефында денудация йөҙө билдәләнә, уның өҫтөнән 5—8 м бейеклектәге ҡая ҡалдыҡтары күтәрелә. Урта рифейҙың Машаҡ свитаһы тоҡомдарынан (базальт, ҡомташ,конгломерат һәм балсыҡлы һәүерташ) тора.
Ландшафтары ҡарағай-ҡайын һәм ҡайын-уҫаҡ, көнбайыш битләүендә ҡарағас урмандарынан ғибәрәт, унда тәбиғәт ҡомартҡыһы (1965) булған 600 йәшлек ағастар һаҡланып ҡалған. Битләүҙәрендә үҫемлектәрҙең һирәк төрҙәре үҫә: себер патринияһы,шырт төклө еҙүлән, ябай телүлән һ.б.
Этимологияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Тауҙың исеме уның төҙөлөшөнә бәйле — уның биш итәге бар. Урыҫ телендә ул үҙгәрә барып Шатак тигән трансформация алған.[1]