Эстәлеккә күсергә

Баштау (һырт)

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Баштау
Характеристики
Оҙонлоғо40 км
Киңлеге10 км
Бейек нөктәләре
Иң бейек түбәһеОло Шатаҡ 
Абсолют бейеклеге1271 м
Урынлашыуы
54°30′35″ с. ш. 58°56′43″ в. д.HGЯO
Ил
РФ субъектыБашҡортостан
Тау системаһыУрал тауҙары 
Рәсәй
Красная точка
Баштау
Башҡортостан Республикаһы
Красная точка
Баштау

Баштау — тау һырты. Көньяҡ Уралда, Башҡортостан биләмәһендә урынлашҡан.

Белорет районы буйлап Оло Әүжән һәм Ағиҙел йылғалары араһында Ҡараташ тауына тиклем субмеридиональ йүнәлештә һуҙылған. Оҙонлоғо 40 км, үҙәк өлөшөндә киңлеге яҡынса 10 км, абс. бейеклеге 1271 м (Оло Бишитәк тауы). Көньяҡ, үҙәк һәм төньяҡ өлөштәре айырыла. Көньяҡ өлөшө Кесе Әүжән йылғаһы (Оло Әүжән йылғаһы ҡушылдығы) кимәленән яҡынса 180 м бейеклектәге параллель тауҙар теҙеменән тора, уларҙа бейеклеге 1043 м (Катушка тауы) һәм 950 м еткән ҡая ҡалдыҡтары булған түбәләр бар.

Тауҙар теҙеме араһындағы биләндә Кесе Әүжән һәм Ҡотҡор й (Ағиҙел й. ҡушылдыҡтары) башлана. Үҙәк өлөшө иң бейеге, уның күсәр өлөшө көнбайышҡа күскән, ҡаялы Оло Бишитәк һәм Ҡапҡаташ (1099 м) түбәләре айырылып тора. Битләүҙәре асимметриялы: текә көнбайыш битләүҙәренең итәктәре һөҙәк, һөҙәк көнсығыш битләүҙәренеке — текә. Таш өйкөмдәре осрай; түбәләр араһындағы биләндә Ҡотҡор йылғаһы ҡушылдыҡтары башлана. Төньяҡ өлөшө тәпәш, бейеклеге яҡынса 900 м еткән киң арҡа рәүешендә, көнсығыш битләүҙәрҙә урыны менән асыҡ ҡаялы ерҙәр осрай. Урта рифейҙың машаҡ свитаһының кварцитлы ҡомташтары, конгломераттары, аргиллиттары, һелте һәм әсе составлы эффузивтарынан тора. Б. ландшафтарҙың бейеклек бүлкәтлеге күҙәтелә: 500 м тиклем бейеклектәге битләүҙәр аҡһыл һоро урман тупрағындағы ҡарағай ҡатыш икенсел ҡайын‑уҫаҡ урмандары, 500 м алып 900 м тиклем — ҡарағас ҡатыш ҡайын‑ҡарағай урмандары, 900 м юғары — 600 йәшлек ағастарҙан торған парк рәүешендәге ҡарағас урмандары менән ҡапланған.

Һыртта машаҡ свитаһының уртаса рифейҙары кварцит-ҡомлоҡтар, конгломератамдар, аргиллиттар, төп һәм әсе эффузивтар .

Башҡорт телендәге төп тигән һүҙгә синоним булып киләгән һүҙҙән алынған.

И.М.Япаров, Тәржемәсе И.М.Япаров. / Баштау (һырт) // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9.