Фекерләшеү:Бокла

Башҡа телдәрҙә был бит юҡ
Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте

Рөстәм Нурыев, Ryanag, ZUFAr,Alfiya55! Был йылғаның башҡортса атамаһы урыҫ теленә "навозная" тип тәржемә ителә. Туған телдә бик йәмһеҙ яңғырай. Силәбе өлкәһендә лә Бу.тыйылға бар. Был осраҡта гидронимды нисек яҙырға?--Guram52 (әңгәмә) 17:13, 28 февраль 2021 (UTC)[яуап бирергә]

  • Ништәйһең, була инде ундай атамалар. Мәсетле районында «Һептәтә» тигән бәләкәй генә яҙғы йылға бар, йәй көнө ҡорой. :) --Рөстәм Нурыев (әңгәмә) 18:22, 28 февраль 2021 (UTC)[яуап бирергә]
  • Википедия нисек яҙырға икәнен үҙе билдәләмәй, ә сығанаҡтар эҙләй. Сығанаҡтарҙа нисек яҙылған, шулай Википедияла яҙылырға тейеш. Башҡорт телендә нисек яҙылғанын күрһәткән сығанаҡтар эҙләргә кәрәк. Әйткәндәй, мәҡәләләрҙә бик йыш Википедия исеменән «ихтимал» һүҙе ҡулланыла, 719 тапҡыр. «Ихтимал» Википедия исеменән түгел, ә «шул сығанаҡта шул автор шулай булыуы ихтимал тип иҫәпләй» тип яҙыу урынлы. --Рөстәм Нурыев (әңгәмә) 18:22, 28 февраль 2021 (UTC)[яуап бирергә]
  • Рөстәм Нурыев, Ryanag, ZUFAr,Alfiya55!Башҡортса рәсми яҙылған бер сығанаҡ та юҡ. Хатта "Башҡорт теленең һүҙлеге"ндә лә ул һүҙ яҙылмаған. Мәгәр халыҡ телендә йөрөй.Шувалов исемлегендә бар: Буктыкуль, озеро, территория города Кыштыма.В переводе с башкирского «навозное озеро», где букты — «навозный», кул — «озеро».Рәсми яҙып алған. Бокланың да фаразы русса яҙылған, русса мәҡәләгә индерелгән--Guram52 (әңгәмә) 12:57, 1 март 2021 (UTC)[яуап бирергә]
  • Халыҡ киң ҡулланған һүҙ, һүгенеү һүҙҙәре рәтенә инеп бөтмәй, тик әҙәби телдә генә юҡ. Шул көйө алырға булалыр ул. Исеме шулай булғас, уны нисек үҙгәртәһең. Alfiya55 (әңгәмә) 13:07, 1 март 2021 (UTC)[яуап бирергә]
  • «Буҡты» булғас «буҡты» була инде, буҡ та эштәтә алмайбыҙ. -ты ялғауы менән ерле һөйләш һүҙе, әҙәбисә -лы менән булыр ине. Сығанаҡ та табылыр бер заман. Беҙ белмәгән сығанаҡ булыуы ихтимал. Бәлки урындағы халыҡ ул күл-йылғаны икенсе төрлө лә әйтәлер әле. --Рөстәм Нурыев (әңгәмә) 14:11, 2 март 2021 (UTC)--Рөстәм Нурыев (әңгәмә) 14:11, 2 март 2021 (UTC)[яуап бирергә]