Эстәлеккә күсергә

Фекерләшеү:Бәлеш

Башҡа телдәрҙә был бит юҡ
Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте

Ондан бешереләме, ҡамырҙанмы?

Әлбиттә ҡамырҙан! --Рөстәм Нурыев 07:25, 17 Июль (Майай) 2008 (UTC)
Ондан ҡамыр, ҡамырҙан бәлеш :) - Haqmar 10:56, 17 Июль (Майай) 2008 (UTC)
Мучной продукт - тимәк ҡамырҙан бешерелгән аҙыҡ буламы? Assele 12:58, 17 Июль (Майай) 2008 (UTC)
Туры тәржемә яһау дөрөҫ түгел. Башҡортса «ҡамыр ашы» итеп ҡулланыла. --Рөстәм Нурыев 02:53, 18 Июль (Майай) 2008 (UTC)

Егеттәр һәм ҡыҙҙар, Википедияның башҡорт бүлегендә ҡатнашыусылыр һаны «Ҙур» бәлеште «бөгөп» ташларлыҡ булған бит. Афарин. Әллә, ысынлып та йыйылып берәй бәлеште «бөгәбеҙме»? Әйтәйек көҙгө байлыҡтан файҙаланып ноябрь йәки декабрь айҙарында. Танышып, Википедияның башҡорт бүлеген артабан камилаштырыу буйынса фекерҙәр алашып ултырыр инек. Әлбиттә, Ҙур бәлеш минән, сәйе йәки «мәйе» үҙегеҙҙән . Осрашыу буйынса тәҡдим ҡабул ителһә, урынын һәм ваҡытын билдәләргә кәрәктер. --Рөстәм Нурыев 03:45, 18 Июль (Майай) 2008 (UTC)

Осрашырға мин риза, урыны Өфө ҡалаһы. 15 ноябрь, көндөҙ сәғәт өстә, Олимпик-парк кафеһендә. --Рөстәм Нурыев 03:45, 18 Июль (Майай) 2008 (UTC)
Сәләм! Ҙур бәлешле һәм сәйле осрашыуға мин риза :) Тик мәйһеҙ булһын - уға ҡаршымын. Осрашыу ваҡытын отпуска тап килтерер кәрәк буласаҡ инде. Хәҙергә сентябргә уйлап йөрөлә. Нисек килеп сығыр билдәһеҙ. Кәмендә 3-4 кеше киләм тиһә фекерҙе дауам итергә була. Ике кеше ҡыҙыҡ булмаясаҡ. Баш биткә иғлан биргәндә лә була --Haqmar 08:29, 18 Июль (Майай) 2008 (UTC)
Сәләм, Haqmar. Әлбиттә һинең ялың менән тура килтергәндә шәп буласаҡ. Сентябрьгә мин дә риза. «Мәй» буйынса ла һинең ҡараштамын, мин үҙем ул нәмәнең тәмен белмәйем. Тағын бер-ике кеше теләк белдерһә иғланды баш биткә күсерербеҙ. --Рөстәм Нурыев 08:42, 18 Июль (Майай) 2008 (UTC)
Осрашыуға мин дә, ҙур кинәнес менән ) Assele 12:54, 18 Июль (Майай) 2008 (UTC)

Осрашыуға киләсәкмен! Сменалы эштә эшләйем, шуға иртәндә, кистәндә, төндәлә эштә булып ҡалыуым бар.Саган 18:46, 22 Июль (Майай) 2008 (UTC)

Минең отпуск августа булыр китә шикелле :) 17-се йәки 24-се август Өфөлә булыуым бар. Ял көнө таралышып бөтмәһәгеҙ. 4 кеше булды ла инде :)--Haqmar 05:26, 23 Июль (Майай) 2008 (UTC)

Әйҙәгеҙ осрашыу көнөн 24-се августҡа билдәләйек. Мин 1 августан отпускала, ауылға ҡайтып китәм. 17-се августа килеп етермен дә ул, бәлеш өлгөртә алмам тип ҡурҡам. Саган-дың сменаһы нисек икән? --Рөстәм Нурыев 06:55, 23 Июль (Майай) 2008 (UTC)
Осрашыу мәсәләһен һуңынаса хәл итмәнек бит әле? Мин Өфөлә 30 июлгә тиклем булам. Унан һуң 15 августаҡа тиклем Википедияла әүҙем ҡатнаша алмайым. --Рөстәм Нурыев 09:23, 25 Июль (Майай) 2008 (UTC)

24-се август тип әйтәйек тә, килә алған килһен. Кискә тиклем. Мин шул көн Өфөлә булырға пландар бар--Haqmar 19:20, 25 Июль (Майай) 2008 (UTC)

Бик үкенес, 24 август мин бер нисек тә Өфөлә була алмайым Assele 04:20, 28 Июль (Майай) 2008 (UTC)
Бәлки 17-һе көнө осрашырбыҙ? Бәлеште үҙ өҫтөмә алам, ә? Assele 04:25, 7 Август (Урағай) 2008 (UTC)

17, 24-се август килә алам.Саган 15:10, 7 Август (Урағай) 2008 (UTC)

Мин Өфөгә 23-сө август төшкә киләсәкмен, Алла бирһә. Шул көндө кис осрашырға була. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы 17-һе килә алмайым. Теләгегеҙ булһа ике тапҡыр осрашырға була : ) 17-се һәм 23-сө август : ) --Haqmar 14:06, 13 Август (Урағай) 2008 (UTC)

Ҡасан бәлеш ашайбыҙ?Саган

«Бәлеш» битендә фекер алышыу башларға

Фекер алыша башларға