Эстәлеккә күсергә

Фекерләшеү:Волатильность

Башҡа телдәрҙә был бит юҡ
Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте

Был һүҙҙе үҙебеҙсәрәк яңғыратҡанда

[сығанаҡты үҙгәртеү]

Был һүҙҙе үҙебеҙсәрәк яңғыратҡанда волатиллек ҡолаҡҡа ятышлыраҡ булыр ине. Ҡаҙаҡтар ҡубылмалылыҡ тигән, төрөктәр Volatilite (finans) тигән. --Alfiya55 (әңгәмә) 04:59, 20 август 2016 (UTC)[яуап бирергә]

  • Инглизсә «үҙгәреү» тигәнде аңлата. Бәлки, «үҙгәреүсәнлек» тип алырға кәрәктер. Финанс өлкәһендә аҡса үҙгәреүе (тирбәлеүе) күрһәткесе. --З. ӘЙЛЕ (әңгәмә) 06:38, 20 август 2016 (UTC)[яуап бирергә]
  • З. ӘЙЛЕ менән килешәм. «Үҙгәреүсәнлек» мәғәнә яғынан тура килә бит, әйҙә шулай алайыҡ. Мәҡәләнең преамбулаһында урыҫса һәм инглизса варианттары күрһәтелә бит. Әле торған бөтөнләй тиерлек тәржемәләнмәгән текстҡа иғтибар итеү кәрәкмәй. Шунан: БашВикиға яңы инеп киткән һүҙҙәрҙе бергә туплап, Терминология комиссияһынамы, ҡайҙалыр хәбәр бирергә лә кәрәктер ул. --Айсар (әңгәмә) 07:58, 20 август 2016 (UTC)[яуап бирергә]
  • Эйе, үҙгәреү - үтә киң мәғәнәле һүҙ, унда аҡсаға ҡағылышлы бөтә үҙгәрештәр инәлер (деноминация, тимер аҡса урынына ҡағыҙ аҡса сығарыу һ.б.). Ә үҙгәреүсәнлек нәҡ волатильностҡа тап килә кеүек. --Alfiya55 (әңгәмә) 08:56, 20 август 2016 (UTC)[яуап бирергә]