Эстәлеккә күсергә

Фекерләшеү:Ете Ағай һәм Бер Һеңле

Башҡа телдәрҙә был бит юҡ
Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте

Атаманың тәржемәһе тураһында

[сығанаҡты үҙгәртеү]

Баныу, Семь Бра́тьев и Одна́ Сестра́ (Семь Бра́тьев, Семёрка) - Ете Ағай һәм Бер Һеңле (Ете Ағай, Етелек) тигән тәржемә туранан-тура калька һәм башҡорт теленең лексик үҙенсәлектәрен иҫәпкә алмаған. Рустар братья тиһә, ағайҙар һәм ҡустылар, бер туған ир ҡәрҙәштәр, улдар күҙҙә тотола. Ағайҙар тигәс, бөтәһе лә ағай булып сыға, ҡусты төшөнсәһе төшөп ҡала.

Ете ағай-ҡусты йә Ете ағай-эне һәм Һеңлекәш, Ете ир ҡәрҙәш һәм Һеңле, Ете ҡәрҙәш һәм бер һеңле тигән варианттарҙы ҡарап ҡарайыҡ. Бәлки, ошоларҙан сығып тағы ла ҡулайыраҡ вариант тәҡдим итеүсе булыр.

Семеркаһын, бәлки, Етәү тип кенә алырғалыр. Alfiya55 (әңгәмә) 10:18, 7 март 2021 (UTC)[яуап бирергә]

  • Alfiya55, тағы бер легендаһы буйынса улар бер туғандар,аталары ҡыҙын бай кешегә кейәүгә бирергә уйлай,ә ҡыҙ ярлы егетте ярата,ағайҙары һеңлеләре яҡлы булалар.Шунан аталары балаларын өйҙән ҡыуып сығара,арттарынан ҡарғыш ебәрә.Балалар таш ҡая булып ҡатып ҡалалар,ситтәрәк ҡыҙыҡай тора,тигәндәр.Ҡыҙ кемгәлер бында апай,кемгәлер һеңле,бәлки,бөтәһенә лә апайҙыр.Мин төрлө вариант тураһында уйланым. Ете ағай- ҡусты Бер Һеңлекәш,ағай - эне булһа ике туғандар һ.б.булалыр.Ете ағай,ҡыҙ иң кесеһе лә булырға мөмкин.Мин һуңғы вариантты күҙ уңында тоттом. Баныу (әңгәмә) 16.48, 7 март 2021 (UTC)